Ауыл мәктәбе – урындағы халыҡты ғилемгә әйҙәгән, киләсәккә юл күрһәткән үҙәк. Иҫке Монасиптағы белем усағы ла бына инде туғыҙ тиҫтә йыл һәр иртә балаларҙың күңелле, шат тауыштарына күмелә. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы мәктәптең ҙур юбилейын билдәләне. Осрашыуҙа шулай уҡ район башлығы Рөстәм Шәрипов, хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Ришат Шәрипов, уҡыу йортоноң элекке хеҙмәткәрҙәре, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты.Тантаналы сара ҡыуаныслы, тулҡынландырғыс мәлдәргә бай булды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың бер нисә уҡытыусыға Башҡортостан Мәғариф министрлығының мәртәбәле наградаларын тапшырыуы күңелдәрҙә айырыуса күркәм ваҡиға булып уйылды.
Мәктәпкә нигеҙҙе хөрмәтле яҡташыбыҙ Ғимат Сөләймән улы Ихсанов һалған. Бында тәүге уҡытыусы ла булған ул. Әлеге байрамда Ғимат Сөләймән улы ололап иҫкә алынды. Халыҡ шулай уҡ шәхестең ҡыҙы, бар ғүмерен район халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған Резеда Ихсанованың һәм ейәнсәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Лилиә Черкасованың яҡындары хаҡында йылы хәтирәләрен ихлас тыңланы.
Артабан һүҙ мәктәптең уңышлы эшмәкәрлегенә, үҫешенә тос өлөш индергән элекке хеҙмәткәрҙәргә, сығарылыш уҡыусыларына бирелде. Байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтары – билдәле журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитов, күренекле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналисы Рәшиҙә Ишембәтова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәүфилә Ғазина, гер күтәреү буйынса донъя чемпионы Сәмәрә Хәлитова һәм башҡалар – мәктәп коллективына, ауыл халҡына иң изге теләктәрен еткерҙе.
Сығарылыш уҡыусылары туған белем усағын хәстәрлектән айырмай. Ауыл һәм урман хужалыҡтарында хеҙмәт иткән, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән был мәрхәмәтле, рухлы яҡташтарыбыҙ мәктәбенең әлеге байрамына ла бүләкһеҙ килмәгәйне.
Байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле, моғайын, өлкән быуын вәкилдәренә Бөйөк Ватан һуғышының юбилей миҙалдарын тапшырыу булғандыр. Район етәксеһе Рөстәм Шәриповтан был награданы ҡабул иткәндә, яу йылдары михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән инәй-бабайҙар күҙ йәшен тыя алманы…