Мода күрһәтеү урынымы?29.04.2015
Былтыр көҙмө икән, гәзиттәрҙең береһендә “ҡыҙыҡлы” фотоһүрәт донъя күрҙе: уҡытыусы дәрес бирә, үҙе кейеме, ҡиәфәте менән йәйге эҫе көндә урам ҡыҙырған кешене хәтерләтә – сәскәле, ҡыҫҡа еңле күлдәк, тишекле аяҡ кейеме...
Педагог бит балаға белем биреү менән генә сикләнмәҫкә, ә үҙ-үҙен тотошо аша тәрбиәле булырға ла өйрәтергә тейеш. Мәктәптәргә барғанда, шулай уҡ гәзит биттәрендәге мәғарифҡа ҡағылышлы яҙмаларҙы ҡарағанда тәү сиратта уҡытыусыларҙың өҫ кейеменә иғтибар итәм. Йәш быуын алдына еңһеҙ, муйыны, түше саманан тыш асыҡ күлдәктә сығып баҫҡандарҙы һис тә аңламайым. Мәктәп мода күрһәтеү урыны түгел бит. Кейемең ыҡсым, килешле, ыҫпай булырға, әҙәплелекте сағылдырырға тейеш. Ошо хаҡта уҡытыусыларҙың үҙҙәре менән дә һөйләшкәнем булды. Кемдер мәктәптә берҙәм форма булдырылыуы, һөҙөмтәлә уҡыусыларҙың ғына түгел, үҙҙәренең дә бер иш кейенеп йөрөүе тураһында белдерһә, икенсеһе йәш белгестәрҙе ыҫпайлыҡҡа өйрәтеп алыу юлдары хаҡында бәйән итте. Ғөмүмән, мәктәп — эш урыны. Бер ни ҙә уҡыусыға белем биреүгә ҡамасауларға, уның фекерен ситкә йүнәлтергә тейеш түгел.
Балалар гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләгән кеше булараҡ, миңә был мәсьәлә менән йыш “көрәшергә” тура килде. Үҙем дежурлыҡ иткән һандарҙа төрлө етешһеҙлек күренгән фотоһүрәттәр килеп сыҡһа, рәссам менән һөйләшеп, әлеге уҡытыусының кейеменә төҙәтмәләр индерәбеҙ: асыҡ иҙеүен “ябабыҙ”, ҡыҫҡа еңен “оҙонайтабыҙ”, һылашып торған салбар кейгән булһа, кәүҙәһенең билгә тиклемге өлөшөн генә күрһәтәбеҙ. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр гәзиттә үҙ-үҙен танымай ҙа торалыр, “Минең бындай кейемем бар инеме ни әле ул?” тип аптырауға ла ҡалалыр. Компьютерҙың мөмкинлектәре сикһеҙ шул – уның ярҙамында уҡытыусыларға балалар алдында нисек кейенергә кәрәклеген дә төшөндөрөргә мөмкин. Аңлағанға — ишара.
Был мәсьәлә хаҡында уҡытыусылар үҙҙәре ни уйлай икән?