Йүнселдәргә ярҙам маҡсатында29.04.2015
Республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың инвестиция башланғыстарына ярҙам фонды төҙөлә.
Күптән түгел Асҡын ауылында уҙғарылған семинар-кәңәшмәлә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов ошо турала хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, был биләмәләрҙә проект тәүләп эшләйәсәк.
– Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына 100 – 500 мең һум күләмендә льготалы заем биреү рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Бының өсөн проекттарҙы муниципаль һәм республика кимәлендә һайлап алыу күҙаллана. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы махсус комиссия проекттарҙы тикшереп, ярҙам сараларын билдәләйәсәк. Комиссия ултырышында авторҙар тәҡдим иткән башланғыстарын яҡлаясаҡ, — тине Вячеслав Ғиләжетдинов.
Фондты дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымын файҙаланып төҙөү күҙаллана. Тәүҙә уға төбәк ҡаҙнаһынан 5 миллион һум аҡса бүлеү, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә туплау ҡарала.