Китап та, гәзит-журнал да бер кешенең генә түгел, ә тиҫтәләгән һөнәр эйәһенең көсө менән барлыҡҡа килә. Яңыраҡ дөйөм эштә хеҙмәте күҙгә күренеп бармаған уңғандарға Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамоталары тапшырылды.Марат Юнысов тиҫтә йылдан ашыу Асҡын районының “Надежда” редакция-нәшер итеү комплексының техник мөхәррире булып эшләй. Уңған уҙаманды коллективта намыҫлы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, заман технологияларын яҡшы белгән кеше булараҡ хөрмәт итәләр.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенән өс ханым юғары бүләккә лайыҡ булды. Илеш районында тыуып үҫкән Гөлшат Абдуллина әҙәбиәт секторы мөдире вазифаһын башҡара. Республикала татар мәктәптәре өсөн дәреслектәр, әҙәби китаптар нәшер итеүгә ҙур тырышлыҡ һала ул. Эльвира Хәйретдинова, Эльвира Ниғмәтуллина ла ошо уҡ ойошмала хеҙмәт итә. Бүләкләнеүселәр араһында “Йәшлек” гәзитенең йыйыу операторы Рәмилә Тайсинова ла бар.
Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов уңғандарҙы тәбрикләп, уларға уңыштар теләне.