Һеҙҙән – емеш-еләк, беҙҙән – металл29.04.2015
Яҙ етеү менән йөҙәрләгән Үзбәкстан гражданы республикабыҙға эшкә килә. Әлбиттә, уларға тейешле документтар хәстәрләп йөрөү еңелдән түгел. Ошо мәшәҡәтте, шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итеү өсөн беҙҙә Үзбәкстандың генераль консуллығын булдырыу кәрәк. Был илдең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Аҡмал Камалов менән Өфөләге осрашыу ваҡытында Башҡортостан Башлығы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.

Республика ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарында ҡатнашасаҡ ҡунаҡтарҙы ҡар­шыларға әҙерләнә. Сарала Үзбәкстандан да делегация көтөлә. Әлеге осрашыуҙа һүҙ сә­нәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары, йүнселдәр араһында ике яҡлы бәйләнеште үҫтереү хаҡында барҙы.
– Беҙ машина эшләү, нефть һәм газ эшкәр­теү ҡорамалдары, сеймал тәҡдим итә ала­быҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әле Салауат катализатор, Белореттағы Көньяҡ Урал биз­мән заводтары тауарҙарын Үзбәкстанға сыға­рыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла. Бынан тыш, экспортҡа ит-консерва, кип­те­релгән һөт, иген, ҡарабой­ҙай ярмаһы, шулай уҡ минераль ашламалар оҙатырға әҙербеҙ.
Аҡмал Камалов хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр барлығы тураһында белдерҙе.
– Йыл башынан ауыл хужалығы продук­ция­һын даими илтеп һатыуҙы көйләү маҡса­тын­да Рәсәйҙең күп төбәктәрендә йөрөнөк. Әммә Башҡортостанға сәфәребеҙ иң уңыш­лыһы булды тип һанайым, – тине ул.
Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 127,2 миллион, шул иҫәптән экспорт – 71,6 миллион, импорт 55, 5 миллион доллар тәшкил иткән. Республикала Үзбәкстан ҡатнашлы­ғында 78 предприятие эшләй.




Вернуться назад