“Республика өсөн ҙур эш башҡарҙығыҙ”29.04.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Торос” хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙар штабы менән осрашты. Команда уҙған аҙнала Юғары хоккей лигаһының төп бүләге — Братина кубогына һуңғы дүрт йылда өсөнсө тапҡыр лайыҡ булды.

– Уйынды ҡараным, был көндө Нефте­ка­маға бара алмауым ҡыҙғаныс. Һеҙ, әлбиттә, шәп уйын күрһәттегеҙ. Дуҫтарым, туғандарым менән бергәләп ҡыуандыҡ. Шылтыратып, бер-беребеҙҙе ҡотланыҡ. Башҡортостан өсөн ҙур эш башҡарҙығыҙ. Рәхмәт! — тине Рөстәм Хәмитов.
Осрашыуҙа хоккей миҙ­ге­ле йомғаҡтары, “Торос” хоккей клубын үҫтереү мөмкинлек­тәре, киләсәккә пландар тикшерелде. Клуб­тың баш тренеры Константин Полозов етәк­селегендәге команда “Торос”ҡа һәм то­тош Башҡортостан хоккейына ярҙам күр­һәткән өсөн республика Башлығына рәхмәт әйтте. Рөстәм Хәмитов иһә, “Салауат Юлаев”тың фарм-клубы булған “Торос” яңы быуын хоккейсыларын әүҙемерәк тәрбиә­ләһен, тигән теләк белдерҙе.








Вернуться назад