Өфөләр һынатмай29.04.2015
Өфөләр һынатмай Ун йәшлек Өфө балеринаһы Софья Вәлиуллина “Тылсымлы кескәй туфли” V Бөтөн Рәсәй хореография мәктәптәре һәм бейеү коллективтары фестиваль-конкурсында еңеү яуланы. Сараны Илза Лиепаның “Мәҙәниәт — балаларға” хәйриә фонды Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда ойошторҙо.

Софья Вәлиуллина “классик бейеү” но­ми­нацияһында “Кескәй муза” бейе­үен баш­ҡарҙы. Ҡыҙ Өфөләге “Браво” бейеү театрында шөғөлләнә. Ул – Владимир Спиваков фонды стипендиаты. Уҡытыусыһы – Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре Светлана Харисова. Танылған хореограф, Мәс­кәү дәүләт хореография академия­һы­ның художество етәксеһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Михаил Лавровский рәйеслегендәге баһалама комиссияһы йәш башҡарыусының оҫталығын юға­ры баһаланы. Софьяға Андрис Лие­па­ның эскизы буйынса бронзанан ҡо­йолған фестиваль статуэткаһы тапшырылды.


Вернуться назад