“Именлек милләт-ара татыулыҡҡа таяна”29.04.2015
“Именлек милләт-ара татыулыҡҡа таяна” Кисә Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы булды. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашып, милли үҙәктәр вәкилдәре алдында сығыш яһаны. Йыйында шулай уҡ Мәскәүҙән, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән делегаттар тәбрикләү һүҙен еткерҙе.
– Бөгөнгө съезд республикалағы милли сәйәсәтте камиллаштырыуҙа ышаныслы аҙым булып тора, – тине Рөстәм Зәки улы. – Илебеҙ өсөн дөрөҫ алып барылған милли сәйәсәт тормошсан әһәмиәткә эйә. Һәр милләттең теле, мәҙәни һәм дини үҙенсә­лектәренең һаҡланыуы һәм яҡланыуы – дәүләт именлеге өсөн ҙур терәк. Рәсәйҙә 2012 йылда ҡабул ителгән дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы нигеҙендә лә ошо маҡсат ята.
Съезд делегаттары алдында Рәсәй Президенты Хакимиәтенең эске сәйәсәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары Михаил Белоусов, Рәсәй Пре­зиден­тының Волга буйы федераль округын­дағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Мельниченко, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе урын­баҫары Назиржон Абдуғәниев һәм башҡалар сығыш яһаны. Улар Башҡортос­тандың милли сәйә­сәт алып барыу йәһәтенән башҡаларға өлгө булыуын билдәләне, ШОС һәм БРИКС саммиттарына Өфөнөң юғары кимәлдә әҙерлек алып барыуына, был мөһим сараның донъя халыҡтары дуҫлығын нығытыуға үҙ өлөшөн индереренә ҙур ышаныс белдерҙе.
“Именлек милләт-ара татыулыҡҡа таяна”– “Беләһегеҙме, Бөйөк Ватан һуғышында ни өсөн еңдек?” тигәйне элегерәк миңә бер һуғыш ветераны, – тине сығышында Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. – Үҙенең яуабы шун­дай булды: “Илһөйәрлек, милләт-ара татыу­лыҡ арҡаһында!”
“Именлек милләт-ара татыулыҡҡа таяна”Съезда ҡатнашыусылар Ассамблеяның эшмә­кәрлеге буйынса фекер алышты, республикалағы милли-мәҙәни үҙәктәр ойошторған күргәҙмәләрҙе ҡараны.
Ҡабул ителгән резолюцияла Башҡортостанда тормошҡа ашырылған дәүләт милли сәйәсәтенә һәр яҡлап булышлыҡ итеү, Ассамблеяның абруйын һәм йоғонтоһон көсәйтеү маҡсатында ғәмәлгә яраҡ­лы һәм даими эшләгән башҡарма орган булдырыу, республика Хөкүмәте ҡарамағындағы “Баш­ҡорт­остан Республикаһы халыҡтары телдәре ту­ра­һын­да”ғы Законды тор­мошҡа ашырыу буйынса Комиссияның эшен тергеҙеү тура­һындағы тәҡдимдәр бар. Доку­ментҡа шулай уҡ легендар комдив Миңлеғәле Шаймора­товҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреү, ҡаһарман Александр Матросовҡа уның ысын исемен – Шакирйән Мөхәмәтйәновты – кире ҡайтарыу тураһындағы фекерҙәр ҙә индерелде.


Вернуться назад