Хәрби госпиталдә танышып...29.04.2015
Ейәнсура районының Абҙан ауылы Әсем йылғаһы буйында урынлашҡан. Бәләкәй генә ике малай һыу аша әсәһе эшләгән урынға йөрөр ине. Шым, һүҙгә артыҡ әүәҫ булмаған балаларҙы йылғаның икенсе ярына етәкләп сығарып ебәрә торғайныҡ.

Малайҙарҙың ата-әсәһе Абҙанға эшкә ебәрелгәйне. Мәрйәм менән Мансур Ғафаровтар икеһе лә Ға­фури районынан ине. Һуғыш баш­лан­ғанда Мәрйәм апай хәрби госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләгән. Контузия алған хәрби офицер Мансур ағай Ғафаров менән шунда танышҡан. Һуғыш тамамланғас, Ғафаровтар алты йыл Ҡытайҙа йәшәгән, бәләкәй улдары шунда тыуған.
Өфөгә ҡайтҡас, Запотоцкий урамын­да ергә батып ултырған бәләкәй генә өйҙө һатып алалар. Шунда Мәр­йәм апай­ҙың әсәһе, ике балаһы һәм баш­ҡа­лар ҙа һыя. Уларға барған һайын улты­рыр­ға урын да, сәй табынында ашам­лыҡ та булыр ине. “Килен, улың башлы булмаҡсы”, — ти торғайны Мансур ағай. Ул 1956 – 1972 йылдарҙа Юстиция министрлығында намыҫлы эшләне, балаларын хеҙмәт һөйөүсән итеп үҫтерҙе. Лайыҡлы ғүмер кисереп, 74 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте Мансур ағай.
Ихлас, яҡты күңелле Мәрйәм апай хәҙер яңғыҙы йәшәй. Өйөнөң эсе музейҙы хәтерләтә. Матур итеп йыйыштырылған. Йәшәүҙән йәм табып, улдары, ейәндәре менән ғорурланып ғүмер иткән һоҡланғыс Мәрйәм апай йыш ҡына: “Тормош матур!” — тип әйтергә ярата. 86 йәш тимәҫһең уға! Дуҫтары ла күп. Улар Мәрйәм апайҙы ташламай, хәлен белешеп тора. Оло кеше өсөн иң мөһиме шул бит.









Вернуться назад