Төркиҙәрҙең хеҙмәттәшлеге нығый28.04.2015
Истанбулда “Асыҡ дипломатия, медиа, мәғлүмәт” IV Бөтөн донъя төрки форумы тамамланды.
Дүрт көнлөк сарала донъяның 60 иленән 400-гә яҡын делегат ҡатнашты. Улар араһында Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан кеүек төрки телле илдәр, Рәсәйҙең Башҡортостан, Татарстан, Дағстан республикалары, шулай уҡ Голландия, Германия, Македония, Чехия, Франция, Венгрия кеүек Европа дәүләттәре вәкилдәре бар ине.
Ун секция ултырышында йәмәғәт дипломатияһына, киң мәғлүмәт сараларына, мәҙәниәткә һәм туризмға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Сығыштарҙан һуң төплө фекер алышыу булды. Истанбул университеты профессоры Хаяти Туфекчиоглу рәйеслегендәге секция ултырышында Башҡортостан вәкиле, “Башинформ” агентлығының мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева-Ишморатова сығыш яһаны.
Халыҡ-ара форумда төрки телле илдәрҙең иң сағыу вәкилдәренә дипломатия, эшҡыуарлыҡ, фән, технологиялар, мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн “Ҡыҙыл Алма” премияһын тапшырыу тантанаһы ойошторолдо. Бүләкләнеүселәр араһында танылған башҡорт композиторы Нур Дауытов та бар.