Ғалимдар менән кәңәшмә28.04.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Фәндәр академияһы Президенты Рәмил Бәхтизин һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге рәйесе Усеин Джемилев менән кәңәшмә үткәрҙе.
Сара Башҡортостандың фәнни комплексын камиллаштырыу һәм үҫтереү, шулай уҡ республика иҡтисадын яңыртыу проекттарын тормошҡа ашырыуға ғилми институттарҙы йәлеп итеү мәсьәләләренә арналды. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағында Фән буйынса совет төҙөү темаһы күтәрелде. Уның бурыстары иҫәбенә фән өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләү, республикала дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт берекмәләренең, ғилми һәм белем биреү ойошмаларының эшмәкәрлеген көйләү инә.