“Һинең дә фамилияң Абдуллина бит. Беҙ туғандар түгелме икән? Сығышың Дәүләкәндәнме әле? Миәкә районынанмын, ҡыҙ фамилиям – Абдуллина”, – тине Лена Ғәзиз ҡыҙы Арыҫланова. Ана шулай һис уйламаҫтан туған тейешле булмаһа ла, яҡты яҙмышлы ҡаһарман яҡташым менән таныштым мин. Ҡаһарман тип әйткәндә, әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы Абдуллиндың асылын күҙ уңында тотоп әйтәм. Әммә Лена Ғәзиз ҡыҙы ла 63 йылдан һуң атаһы һуңғы тапҡыр яҡты донъяға баҡҡан ергә аяҡ баҫып, шәһит киткәндәр рухы алдында ана ниндәй ҡаһарманлыҡ күрһәткән!Еңеү яҙын берсә тетрәнеп, берсә моңһоуланып ҡаршы ала Лена Ғәзиз ҡыҙы. Бына инде нисәнсегә атаһы һәләк булған яҡҡа – Орел – Курск дуғаһына хат яҙалар, әммә ыңғай яуап булғаны юҡ. Икеһе лә ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә эшләгән Лена менән Роберт Арыҫлановтар ҡауышҡан мәлдәренән алып тиерлек атайҙарының һуңғы төйәген эҙләй. Әммә бик ныҡ ышанһаң, өмөт итһәң, тормошҡа ашмаҫ теләктәр ҙә ҡабул була икән. Шулай икәнен һәр беребеҙ үҙенең ғүмер юлы миҫалынан белә.
2005 йылдың 6 июле була был хәл. “Вечерняя Уфа” гәзитенең сираттағы һанын ҡулына алып уҡый башлаған Лена Ғәзиз ҡыҙының йөрәге дарҫлап тибә башлай:
– Роберт, ҡарале, был бит минең атай хаҡында! Уҡы әле бына ошо урынын! – тип ул иренә гәзитте тоттора.
“Ул һуғышҡа йылмайып киткәйне” тигән мәҡәләһендә Наил Һәүбән улы Хөсәйенов Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы уңайынан Орел өлкәһенең Мценск районында атаһының ҡәберен табыуы һәм ҡәҙерле кешеһе батырҙарса һәләк булған ерҙә булып ҡайтыуы хаҡында яҙа. ”Был бит атайымдың аҫыл һөйәктәре ерләнгән урынға бер юл. Ул да тап шул яҡтарҙа һәләк булған!” – тип ҡулына телефон алып, Лена апай гәзит редакцияһына шылтырата.
Билдәле журналист Галина Сәлихова таныштыра ла инде һуғыш арҡаһында атайһыҙ үҫкән ике ғаиләне. Инде сәстәре саллана төшкән матбуғат ветерандары осрашып, ошо ваҡиғанан һуң туғанлашып та китә. Наил Һәүбән улының да, Лена Ғәзиз ҡыҙының да әсәләре “ҡара ҡағыҙ”ҙы 1943 йылда алған була.
Ул көндәрҙе күҙ йәштәре менән иҫкә ала Лена апай. Яу ҡырынан даими рәүештә хат яҙып торған атаһынан бер мәл хәбәр юғала. Күп тә үтмәй, йән әрнеткес “ҡара ҡағыҙ” килеп төшә. Унда: “Һеҙҙең ирегеҙ, 856-сы уҡсы полктың рота командиры өлкән лейтенант Абдуллин Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы, Орел өлкәһен фашистарҙан азат итеү өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа 1943 йылдың 22 июлендә батырҙарса һәләк булды һәм Орел өлкәһе Мценск районының Тургенев МТС-ы территорияһында туғандар ҡәберлегендә ерләнде. Часть командиры, подполковник Якунин. Штаб начальнигы Давиденко”, – тип яҙылған була.
Әммә һаман өмөтөн өҙмәй әле дүрт балаһын яңғыҙы баҡҡан Хәтимә. Ана бит, юғалғандар ҡайтып төшә, үлгән тигәндәр ҙә иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Моғайын, Ғәзизе лә бер көндө йылмайып ишек шаҡыр әле.
1945 йылда Еңеү иғлан ителгәндән һуң Раевка ҡасабаһында йәшәгән ғаиләнең ҡапҡаһын һаҡ ҡына бер хәрби кеше килеп ҡаға. Ғәйнетдин тип таныштыра ул үҙен һәм, өлкән ҡыҙға бәләкәстәрҙе икенсе бүлмәгә алып инеп тороуын һорап, әсәләре менән бик оҙаҡ һөйләшә. Улар ни хаҡында әңгәмәләшкәндер, балаларға ул ваҡытта берәү ҙә бер ни ҙә һөйләмәй. Әммә йылдар үткәс, әсәләре инде өлгөргән ҡыҙҙарына, улына һуғыш ваҡиғаһын тергеҙә.
...1943 йылдың июле. Мценск янында атайҙары хеҙмәт иткән танк ротаһына хәрби етәкселек килә, һәм өлкән лейтенант Ғ. Абдуллин үҙе урынына Ғәйнетдинде ялан кухняһы артынан ебәрә. Ул йөҙ метр ҙа китеп өлгөрмәй, немец бомбардировщиктары геүелдәй башлай, һәм бомба шартлай. Ротаның аш-һыу урынынан да, землянканан да бер ни ҙә ҡалмай. Танктарға ҡаршы һуғыш алып барған ғәскәрҙән биш кеше генә иҫән ҡала. Һәләк булғандарҙы шул ерҙә – урман ҡырында ерләйҙәр...
Ғәйнетдин һалдат килеп киткәндән һуң әсәй кешенең яурындары һалынып төшә, күҙҙәренә йәш эркелә. “Ҡайтам! Ҡайтам!” тип киткәйне бит. Үҙе күрмәгән, әммә ул киткәс тыуған ҡыҙыбыҙға ла Вера тип ҡуш, тип өмөтләндергәйне лә инде!” – тип өҙгөләнә ҡатын. Әммә һыҙланыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр уға йыуаныс бирмәй, балалары менән ҡайғыһын баҫып, ғүмер буйы тәрән һағыш менән йәшәй Хәтимә әбей.
Ире заманының алдынғы кешеләренең береһе була. 1908 йылда Миәкә районының Күл ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы Абдуллин белем алыуға ынтылышы менән башҡаларҙан айырылып тора. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, артабан Ҡырғыҙ-Миәкәлә урта мәктәптә белем ала. Тап шунда таныша ла инде ул йәнкиҫәге Хәтимә менән. Торараҡ йәштәр бер-береһенә ғашиҡ булып өйләнешәләр. Ғәзиз ағайҙы Өфөгә редакция хеҙмәткәрҙәре курсына ебәрәләр. Унан ҡайтыу менән Миәкә районы гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләйҙәр.
Яңы коллектив туплап, халыҡҡа заман фекерен еткереп эшләгән етәксене, күп тә үтмәй, 1935 йылда яңы ойошторолған Әлшәй районында асылған гәзиткә яуаплы секретарь итеп ҡуялар. “Сталинсы”ның һәр һанын күҙ нурҙары менән һуғарған белгес 1938 йылдан баҫманы мөхәррирләй башлай. Төбәктең алдынғы коммунистарының береһе булған Ғ. Абдуллин, нәшер ителгән гәзиттең халыҡ күңеленә ятыуына ҡыуанып, ауылдарға ат менән сығып, мәҡәлә яҙып, үҙе фотоға төшөрөп, замандың ялҡынлы һулышы менән йәшәй. Ғаиләһендә бер-бер артлы өс бала тыуа: Лена, Клара, Ринат. Дәүерҙең бар ғәмен тойоп, халыҡ менән аралашып, ҡайнап йәшәп ятҡанда, илдә һуғыш башлана. Йөрәк сирле булыуына ҡарамаҫтан, Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы 1941 йылдың декабрендә фронтҡа юллана. Тылда ла һинең кеүектәр кәрәк, тигәнгә лә иғтибар итмәй ул. Ҡатынының йөрәк аҫтында тыумаған сабыйы ҡала...
Үҙе журналист та булғас, яу ҡырында ял ваҡыттарында ул беренселәрҙән булып ҡулына ҡәләм алған. Йәндәй күргән балалары хаҡында һорашып, һуғыш яланын һүрәтләп, хаттар яҙған. 1942 йылдың 14 июлендә бына ул нимәләр хаҡында һөйләй: “Һаумы, минең ҡәҙерле хәләл ефетем Хәтимәм! Һиңә һалдатский һәм большевистик сәләм. Ҡыҙҙарым Лена, Клара һәм улым Ринатҡа күп сәләм. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, тормошоғоҙҙа уңыштар теләп ҡалам. Үҙемдең һаулығым шәп, кейемем һәйбәт. Тик һеҙҙең көнкүрешегеҙ борсой мине, нисек йәшәүегеҙҙе бик белгем килә. Әллә нисә хат яҙһам да, яуап алғаным юҡ. Әллә яҙмайһыңмы, әллә хәбәрең миңә килеп етмәй юғаламы икән?!
Балаларға пособие юллар өсөн аттестат ебәргәйнем. Барып еттеме-юҡмы, шуны ла белә алмайым. Барыһын да асыҡлап яҙып ебәр. Күрше-күләнгә минән күп сәләм әйтерһең. Һинән хат көтөп, ирең Ғәзиз”.
Әйткәндәй, ошо аттестат балаларына аяҡҡа баҫырға нисек ярҙам иткәнен белмәгән дә Ғәзиз ағай. Уларға атайҙары һәләк булғас аҡса түләнә, уҡырға ингәндә лә этәргес була ул.
Нисәмә йыл ана шулай ҡуҙлы күмерҙәй һаҡлана атай хаттары Абдуллиндар ғаиләһендә. Әммә улар, әйтерһең, яуап көткәндәй, ҡыуаныслы сиселешкә алып килә. Яңы таныштары Лена Ғәзиз ҡыҙы һәм уның ире Роберт Мөтиғулла улына Мценск менән бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итә. Полковник Наил Һәүбән улының тырышлығы бушҡа булмай сыға, ниһайәт, 2005 йылдың 31 авгусында ғүмер буйы көтөлгән хәбәр килеп төшә: “Өлкән лейтенант Ғ.Ғ. Абдуллин Мценск районының (Орел өлкәһе) Лисицы ауылындағы туғандар зыяратында ерләнгән...” Лена Ғәзиз ҡыҙының шатлығының сиге булмай! Күҙҙән аҡҡан йәштәре уға, әйтерһең, ғәзиз атаһы менән осрашыу вәғәҙә итә. Улар оҙон-оҙаҡҡа һуҙып тормай, юлға сыға. Башҡортостан ҡунаҡтарын Орел өлкәһендә бик яҡшы ҡаршы алалар. Ул яҡтарҙа башҡорт яугирҙәре хаҡында яҡты хәтирәләр быуындан быуынға тапшырыла килә икән. Улар Арыҫлановтарға түбәндәгеләрҙе һөйләй: “1943 йылдың 5 июлендә Орел – Курск дуғаһында гитлерсылар бар көстәрен туплап, һөжүм итә башлай. Тирә-яҡ тулы танк, үҙйөрөшлө орудие, туҙан, ҡан. Ләкин Ғәзиз Абдуллиндың ротаһы бирешмәй, бер нисә тиҫтә дошман техникаһын юҡ итеп өлгөрә. 12 июлдә Совет Армияһы үҙе һөжүмгә күсә. Әммә дошман ҡеүәтле һәм бирешергә теләмәй. Беҙҙең ғәскәрҙәр бомбаға тотола, һәм уларҙың береһе Ғ. Абдуллиндың ротаһына эләгә...” Бына бит атаһы ниндәй ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән: ошоларҙы күрер өсөн генә лә бында килергә кәрәк булған! Иң ҡәҙерле һүҙҙәрҙе ишетер өсөн генә лә йәшәргә яҙған икән!
Туғандар ҡәберлегендә Лена Ғәзиз ҡыҙы күҙ йәшен тыя алмай, юлында осраған һәр кешегә хәйер бирә. Сәстәре салланған бер бабай туҡтатып, уға ошоларҙы һөйләй: “Һуғыш ваҡытында бында Уралдан бик күп егет баш һалды. Заданиеға 40-тан ашыу кеше китә лә ни бары дүрт кенә һалдат кире әйләнеп ҡайта, иҫән ҡалмаһа, улары ла юҡ. Ер өҫтө тулы мәйет ине. Яугирҙәрҙе бер оло соҡорға бульдозер менән күмделәр. Ваҡыт үтеү менән барыһы ла онотола, әммә мин әле булһа шул йылдар ауазын ишеткәндәй булам. Хәҙер был тирәлә халыҡ бәшмәк, емеш-еләк йыя. Обелискка батырҙарҙың исеме уйып яҙылды...”
Әммә, ни күҙе менән күрһен, Лена Ғәзиз ҡыҙы унда атаһының исемен тапмай. Анау хәтлем юлдар үтеп бушҡа килделәр булып сығамы ни инде? Шул ваҡыт уны урындағы туғандар ҡәберлеген ауыл хакимиәте ҡушыуы буйынса ғына түгел, күңел талабы менән ҡарап торған Евдокия Филипповна Снурлицына тынысландыра: “Юҡҡа бошонаһың, ошонда, ошонда ята һинең атайың. Шәхсән үҙем Вязовик ауылындағы ҡәберлектә ятҡандарҙы хәрби көй аҫтында, залптар менән бында күсергәндәрен һәм бергә ерләгәндәрен күрҙем. Тыныслан, исемен яҙып ҡуйыу оҙаҡ түгел бит. Мотлаҡ эшләрҙәр.. Әйҙә, һин үҙеңсә, мин үҙемсә уҡынып алайыҡ. Киткәндәргә доға һәм яҡты хәтер кәрәк! Хоҙай бер ул”, – ти.
Мценск районы буйлап илленән ашыу километр үтә Арыҫлановтар. Иң ғәжәпләндергәне: һәр ҡалҡыулыҡ, һәр сауҡалыҡ буйында – ҡәберлектәр, обелиск. “Ундағы исемлектәргә баҡһаң, бөйөк совет иле милләттәрен дә барлап булыр ине”, – тип хәтерләй Роберт Мөтиғулла улы. Ә бит бер уйлаһаң, беҙҙең яҡташыбыҙ Ғәзиз олатай Абдуллин кеүек исемдәре яҙылмағандар ҙа байтаҡ!
Отрадненский ауыл Советы рәйесе Александр Евсюков Башҡортостан ҡунаҡтарына атайҙары исемен обелискка индерергә вәғәҙә итеп оҙата. Һүҙҙәрендә тора Орел халҡы. Улай ғына ла түгел, һәйкәл тирәһен даими рәүештә ҡарап, тәрбиәләп торалар. Газ үткәрелгәс, Мәңгелек ут тоҡандырып, тантаналы кисә лә ойошторолған.
Атаһын күргәндәй булып, уның һуңғы төйәгенән тупраҡ алып ҡайтып, әсәһенең ҡәберенә һала Лена Ғәзиз ҡыҙы. Иңенән тауҙай йөк төшкәндәй хис итә ул. “Бына, әсәй, эҙләп таптыҡ ҡәҙерле атайыбыҙҙы, һөйөклө Ғәзизең ятҡан ерҙе. Ҡабул ит унан сәләм. Тупраҡ һалам һинең зыяратыңа... ” – ти ул күҙ йәштәрен тыя алмайынса. Кем белә инде, бәлки, бер-береһен яратҡан Хәтимә менән Ғәзиздең был ваҡытта рухтары ҡанат ҡаҡҡандыр. Йәндәре ҡыуанғандыр.
Бына инде ун йылдан ашыу Орел өлкәһе менән Башҡортостанды бәйләп, хаттар, посылкалар оса. Ә 50 йылдан ашыу ваҡыт Евдокия Филипповнаның һәр таңы туғандар ҡәберлегенә юлланыуҙан башлана. Лена Ғәзиз ҡыҙының әйтеүенә ҡарағанда, изге күңелле был ҡатын һәр яугиргә төбәп өндәшеп, “Бөркөттәр, ҡайнар сәләм барығыҙға!” тип әруахтарға доға ҡыла, обелиск тирәһен тәрбиәләп тора.
Бына тағы Еңеү көнө яҡынлашып килә. Лена Ғәзиз ҡыҙына хәл-әхүәлдәрен белешеп шылтыратам.
– Орел өлкәһенә Евдокия Филипповнаға аҡса һалдым әле. Атайҙың ҡәберенә ҡәнәферҙәр гөлләмәһе һала ул йыл һайын. Рәхмәт яуһын инде ул ҡатынға!
Эйе, Еңеү байрамы беҙҙе берҙәм итә. Ул илдәге бер ғаиләне лә урап үтмәгән. Яҡындарын юғалтҡан һәр кемгә Лена Ғәзиз ҡыҙы кеүек атаһы, олатаһы ятҡан төбәкте эҙләп табырға яҙһын. Донъялыҡта йәшәгән кеше өсөн был бит бик мөһим.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.