“Түҙәйек инде, тип тынысландырыр ине...”25.04.2015
Бала сағым ауыр һуғыш йылдарына тура килде. Ул ваҡыттағы аслыҡ-яланғаслыҡты асыҡ хәтерләйем. Ағайҙарым Миңлефаяз, Ғаяз һәм Фәрүәздең, апайым Хәлиҙәнең көн дә эшкә китеүен, арып-талып ҡайтыуын күрә инем. Фәрүәз ағайым колхоз һарығын көтә, кис көнө эш хаҡы урынына ҡатыҡ алып ҡайта торғайны. Ас булғас, йоҡламайынса ағайымды ҡапҡа тышына сығып көтөп ултырыр инем...

Атайым Сәйетгәрәй Камалов ошо дәһшәтле йылдарҙа “Марат” колхозының рәйесе булып эшләгән. Заманына күрә уҡымышлы булған — Ғафури районының Үтәк ауылындағы мәҙрәсәне тамамлаған. Уға 1936 йылда колхозды ышанып тапшырғандар. Беренсе донъя һуғышы, революция, колхозлашыу йылдарында сынығыу алған ир-егет менән уртаҡ телде тиҙ тапҡан атайым. Хужалыҡтың уңыштары күҙгә күренерлек булғанғалыр, 1938 йылда уны Мәскәүҙә уҙғарылған Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә саҡырғандар. “Калинин бабай үҙе ҡулымды ҡыҫып диплом тапшырҙы. Мавзолейға ла индерҙеләр, Ленин бабайҙы күрҙем”, — тип ғорурланып һөйләй торғайны.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡулына ҡорал тоторлоҡ барлыҡ ир-ат яуға китә. Иллене ҡыуған атайымды, тылда кәрәкһең, тип хәрби комиссариаттан кире бороп ҡайтаралар. Сабыр, баҫалҡы колхоз рәйесе төрлө сетерекле хәлдәрҙән ипле сыға белә. Кешегә ҡаты бәрелеүҙе, әрләүҙе хуп күрмәй. Арыған, аслы-туҡлы ҡатындарҙың ҡарғап киткән саҡтары ла булғылаған. “Ни эшләйек һуң, туғандар? Фашисты еңгәс, тормошобоҙ яйланыр, түҙәйек инде, тип тынысландырыр ине, — тип атайым тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша торғайны Миңһылыу апай Хәсәнова. – Ғәҙел, талапсан булды, халыҡты ҡыйырһытманы. Беҙҙең ауылда аслыҡтан бер кеше лә үлмәне”. Хәтеремдә: башҡалар кеүек үк, беҙҙең дә ашарға аҙығыбыҙ булманы. Икмәк төҫөн күрмәнек. Ярай, һыйырыбыҙ булғас, аҡтан өҙөлмәнек. Атайымды күрмәй ҙә инем. Таң һарыһынан эшкә китә, ул ҡайтҡанда, мин тағы әүен баҙарындамын. Колхоз рәйесе ғаиләһенең үлән ашап тамаҡ туйҙырғанына ышанмағандар ҙа булды. Уҫалыраҡ телле апайҙар бесән сапҡанда ағайҙарымды алдан төшөрә лә: “Сабығыҙ, һеҙ бит икмәк ашайһығыҙ, көсөгөҙ ташып тора”, — тип үсәй икән. Яҡындарым ас, йонсоу кеше менән яманлашмаған, атайҙың һүҙен тыңлап, колхоз йөгөн тартыуын дауам иткән.
ФЗО-ға йәштәрҙе йыя башлағас, иң тәүгеләрҙән Ғаяз ағайым булып Кемерово ҡалаһына шахтаға китте. Ун биш йәше лә тулмағайны. Әлеге лә баяғы, үҙеңдең малайҙарыңды ебәр, тип әйтәләр икән. Инәйем ат ҡолағы япрағынан көлсә бешереп, киндер тоҡсайға һалып, ағайыма юлда ашарға тотторҙо. Үҙе тоҡсайын яурын башына һалып йүгереп сығып киткән ағайымдың юлына ҡарап: “Ситәндән дә күренмәй, нисек кенә эшләп йөрөр икән?” — тип илай, уға ҡушылып мин буҙлайым... Шахта икенсе фронт бит инде. “Көн һайын үлем. Шахтаға бәхилләшеп төшәбеҙ ҙә, иҫән-һау сыҡһаҡ, ҡосаҡлашып илашабыҙ, тештәребеҙ генә йылтырап тора”, — тип яҙҙы ағайым. Һигеҙ йыл эшләп, иҫән-һау ҡайтты ул. 82 йәшендә донъя ҡуйҙы.
1946 йылдан алып атайым колхозда төрлө урында эшләне, бригадаға етәкселек итте. Фиҙакәр хеҙмәте БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы һәм дипломы менән билдәләнде, атҡаҙанған колхозсы исеменә лайыҡ булды. Аяҡтары йөрөмәй башлағас та, силос һалынған соҡор янына машиналар иҫәбен билдәләп ултырыр өсөн килеп алырҙар ине. “Һин, ағай, ғәҙел кеше, иҫәпте дөрөҫ алып барырыңа ышанабыҙ”, ти торғайнылар. Үҙем мәктәпте, педагогия училищеһын, институт тамамлап, Мөҡсин, Бишауыл-Уңғар мәктәптәрендә эшләй башлағас, атайымды яҡшы белгән кешеләрҙән ҡәҙерлем тураһында бик күп йылы һүҙҙәр ишеттем. Ул рәйес булған йылдарҙа һеҙҙең ауылдағы туғандарға икмәк ашарға бара торғайныҡ, тиҙәр. Алты балаға ғүмер, матур тәрбиә биргән, уҡытҡан атай-әсәйемә мәңге рәхмәтлебеҙ.





Вернуться назад