Яуҙа һынатманы үргендәр25.04.2015
Һуғыш башланыу тураһында хәбәр Башҡорт Үргене (халыҡ Үрген тип кенә йөрөтә) ауылына йәшен тиҙлегендә килеп етә. Иртәгәһенә үк — 23 июндә — бер төркөм фронтҡа оҙатыла. Улар араһында колхоз рәйесе Йәләлетдин Фәхретдинов, бригадир Әхмәт Аҙнабаев, райком инструкторы Әхмәт Байгилдин, шоферҙар Фуат Абдуллин һәм Иҙрис Айҙағолов, көрәшсе Зәйнетдин Ҡолтаев, ҡурайсы Ғәйнулла Имелбаев, Хәким Аҙнабаев, Мисбахетдин Ҡолтаев, Заһиҙулла Зарипов, Мөхәмәт менән Әхәт Мырҙаҡаевтар, Ишмөхәмәт Сәйетҡолов, Әбделхаҡ һәм Әхәт Янбаевтар, Зәйнулла Сәйфуллин һәм башҡалар була.


Митингта әкиәттәге батырҙар шикелле таҙа кәүҙәле Йәләлетдин Фәхретдинов, ҡулдарын күтәреп, былай ти:
– Беҙ илде һаҡларға китәбеҙ, иптәш­тәр. Яуыз дошманды ҡыйратып ҡай­тырбыҙ! Ә һеҙ еңеү хаҡына ең һыҙғанып эшләгеҙ!
Һалдаттарҙы аттарҙа фронтҡа оҙата­лар. Һуғышҡа китеүселәрҙең һаны көндән-көн арта. Ауылдаштарҙы оҙатыу митингтарының береһендә 80-се йәш менән барған Исхаҡ бабай Янбаев яугирҙәргә ошолай тип мөрәжәғәт итә: “Әле өс улым — Әбделхаҡ, Әбделәхәт һәм Вәлиәхмәт — дошманды туҡмай. Бөгөн дүртенсеһен — Ғәлиәхмәтте — яуға оҙатам. Батыр булығыҙ, һеҙҙең өсөн йөҙөбөҙ ҡыҙа­рыр­лыҡ булмаһын! Кәрәге сығып, ил саҡырһа, мин дә кинйә улым менән Ватанды һаҡларға барасаҡмын!” Олатайҙың бишенсе улы Әбделхәйгә лә һуғышта ҡатнашырға тура килә. Дүрт бер туған Мөхәмәтйән, Ғәйепйән, Шәрифйән һәм Ғарифйән Искәнйәровтар, өс бер туған Ғизелхаҡ, Хәким һәм Шәрифйән Аҙнабаевтар, шулай уҡ 16 ғаиләнән икешәр бер туған ир-егет фронтҡа алына. Аталы-уллы Моталип менән Мортаза Аҡсуриндар, Ғәләүетдин менән Хөснөтдин Ҡолтаевтар, Ҡорбанғәле менән Мөхтәр Айытҡужиндар араһынан бер Мортаза ғына, бер нисә тапҡыр ауыр яраланып, иҫән ҡайтты. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан Хәсән Аҡъюлов 1942 йылдың июнендә хеҙмәт армияһына алына. Бер йылдан, 50 йәшендә, үҙе теләп фронтҡа китә һәм һуғыш бөткәнсе сапер булып хеҙмәт итә. Улы Нәҙерғәле лә, Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнашып, 1951 йылда Үргенгә әйләнеп ҡайта.
1974 йылда 81 йәшлек Хәсән олатай ошо шиғыр юлдарын яҙа:
Берлинды ла күрҙек беҙ,
Фашистарҙы ҡырҙыҡ беҙ.
Дошмандарҙы еңеп ҡайтҡас,
Матур тормош ҡорҙоҡ беҙ.
Өс һуғышта ла ҡатнаштым,
Иҫән-һау ҡайттым йөрөп.
Пенсия алып йәшәйем,
Тыуған илемдә тороп.
Үргендәр яу яландарында үҙҙәрен данға күмә. Зәйнетдин Ҡолтаев хәрби юлын Г.И. Котовский исемендәге гвардия кавалерия дивизияһы составында Мәскәү янында башлап, Польшаның көнсығыш сигендә тамамлай. Генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Әхмәт Аҙнабаев һәм Заһиҙулла Зарипов батырҙарса һәләк була.
Беҙҙең ауылдаш-яугирҙәрҙең ҡаһар­манлығы район гәзите биттәрендә лә яҡтыртыла. Шулай, 1942 йылдың 13 апрель һанында “Башҡорт халҡының улдары алға ғына барасаҡ” тигән баш менән Байдәүләт ауылынан өлкән политрук Ғәли Моратовтың хаты баҫыла. Мәҡәләлә Үрген ауылынан Зәйнулла Сәйфул­линдың бер генә алышта вин­товкаһы менән дошмандың 25 һалдатын һәм өс офицерын юҡ итеүе тураһында бәйән ителә. Был батырлығы өсөн яугир районда беренсе булып Хәрби Ҡыҙыл Бай­раҡ ордены менән наградлана. Ошо уңайҙан район үҙәге Иҫәнғолда митинг үткәрелә. Геройҙың ҡатыны Әлифәгә ул осор өсөн ҙур бүләк — биш килограмм он — бирәләр. Ҡаһарманлыҡтары өсөн взвод командиры, өлкән лейтенант Вәли Солтанбаев Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы, лейтенант Ғәйнулла Сәйет­ҡолов, артиллерист Хөснөлхаҡ Фәхрет­динов – Ҡыҙыл Йондоҙ, Мөхәмәт Ҡолтаев менән Сабирйән Янбаев III дәрәжә Дан ордендарына лайыҡ була, күптәрҙең күкрәген хәрби миҙалдар биҙәй.
Ауылдашыбыҙ Мортаза Аҡсурин, ҡаты алыштарҙың береһендә яраланып, госпиталдә дауаланып ятҡанда орден менән бүләкләнеүе тураһында ишетә. Һауыҡҡас, икенсе хәрби часҡа ебәрелә, награданың эҙе юғала. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 26 март Указы менән бирелгән III дәрәжә Дан ордены ҡаһарман яугирҙе 40 йылдан һуң ғына эҙләп тапты.
Бөйөк Ватан һуғышында Үрген ауылынан 136 кеше ҡатнашып, шуларҙың 54-е яу ҡырында Еңеү өсөн башын һалды. Улар араһында “Ҡыҙыл таң” колхозы рәйестәре Исхаҡ Аҡъюлов, Әхмәт Аҙнабаев һәм Йәләлетдин Фәхретдинов бар. Бер туған Әбделхаҡ менән Ғәлиәхмәт Янбаевтар, Зәйнулла һәм Ғәйнулла Сәйфуллиндар, Заһиҙулла һәм Ғабдрахман Зариповтар, Ғиниәт менән Насибулла Ҡолтаевтар, Әхмә­ҙулла һәм Шәрифулла Солтанбаевтар, Әхмәҙулла һәм Сәхиулла Ейәнбир­ҙиндарға тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булманы.
Ауыр һуғыш йылдарында һәм унан һуң кешеләр атайҙары, балалары, туған­дары тура­һында йырҙар, шиғыр­ҙар, бәйеттәр сығара. Атаһы менән бергә үҙе теләп 1942 йылда яуға киткән һәм һуғыш бөтөүгә ун көн ҡалғас һәләк булған 17 йәшлек Хөснөтдин Ҡолтаевҡа ла әсәһе Гөлйәүһәр бәйет яҙа:
Германдарға барҙыңмы,
Һуғыш ҡоралдарын алдыңмы?
Күҙ нурҙары кеүек күргән балам,
Дошман ерҙәрендә ҡалдыңмы?
Дошман алды ғәзиз йәндәрен,
Кемдәр йыйҙы икән тәндәрен?
Ҡанға батып ятҡан саҡтарында,
Кемдәр белде икән хәлдәрең?
Ҡуй инде, тип берҙәр әйттем,
Йылғаларҙан барып һыу алғас,
Ғүмеремә ҡайғы булды инде —
Сит илдәргә китеп юғалғас.
80 йәштәге Мөтиғулла бабай Абдуллин да хәбәрһеҙ юғалған улы Һаҙыйға бәйет арнай:
Ерәнсәй ҙә атым юшамай,
Ҡоласай ҙа атым ашамай.
Кеше балалары бик күп ҡайтты,
Минең балаҡайға оҡшамай.
Ҡыҙарып ҡына ҡояш ҡалҡһасы,
Ҡырын ғына ҡояш батһасы.
Ҡолонсағым, һине бик һағындым,
Бер хәйләләр табып ҡайтһаңсы.
Беҙҙең бер нисә ауылдашҡа әсир­лектең ауырлыҡтарын кисерергә тура килә, ләкин улар антына тоғро ҡала. Үрген­дәр Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡә­ҙерен белә, хөрмәт итә, уларҙың ҡаһар­манлығын онотмай. Заманында уҡы­тыусы Зәйтүнә Абдуллина үҙенең уҡыусылары менән яуҙа һәләк булған ауылдаштарҙың фотоларын йыйыу һәм биографик белешмәләр туплау буйынса ҙур эш башҡарҙы. Һөҙөмтәлә бай йөкмәткеле өс альбом төҙөлдө. 1986 йылда мәктәптә Тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылды. Һуғыш ветераны, Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Вәли Солтанбаев етәкселегендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы ла ҙур эҙләнеү эштәре башҡарҙы. Музей яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырылды.
Ауылдың уртаһында һуғышта һәләк булғандарға обелиск ҡуйылды. Еңеүҙең 70 йыллығына ул киңәйтелеп, яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр менән тулыландырыласаҡ. Йылдар үткән һа­йын совет халҡының бөйөк ҡаһарман­лығы баҙыҡлана ғына бара. Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай.

Юлай СОЛТАНБАЕВ,
Үрген ауылының
почетлы гражданы.










Вернуться назад