Бер аҙым алға баҫам да әйләнәм мин артыма…25.04.2015
Михаил Горбачев үҙгәртеп ҡороу иғлан иткән КПСС-тың апрель пленумына 30 йыл тулды. Беҙҙең быуынға тура килгән өс тиҫтә йылдың яртыһы бөйөк дәүләтте емереүгә тура килһә, икенсеһе уны тергеҙеүгә арналды. Владимир Путин ошо йылдарҙа совет кешеһенә ҡәҙерле булған дәүләт символикаһын, Еңеү байрағын, ГТО кеүек нәмәләрҙе кире ҡайтарҙы, ҡайһы бер территориялар – Көньяҡ Осетия, Абхазия – беҙҙең сателлитҡа, Ҡырым Рәсәйҙең бер өлөшөнә әйләнде.

Мине ошо йылдарҙа иң борсоған һорауҙарҙың береһе – М. Горбачевтың үҙгәртеп ҡороуҙы башлап ебәреүе. Ул үҙе, шулай уҡ Борис Ельцин менән Егор Гайдар кеүек теләктәштәре быны совет системаһының капитализм ме­нән иҡтисади ярышта, “һалҡын һуғыш”­та еңелеүе менән аңлатты.
Нобель премияһы лауреаты, билдә­ле иҡтисадсы Пол Самуэльсон 1989 йыл­да, етештерелгән эске тулайым продукт үҫеше буйынса СССР төп Көнбайыш дәүләттәрен артта ҡал­дыр­ҙы, тип әйткәйне. Шул уҡ ваҡытта ГДР иҡтисади үҫеш йәһәтенән Көнбайыш Германиянан алдараҡ бара ине. Бер кешегә тура килгән тулайым продукт буйынса 1980 йылда ГДР хатта Япониянан да уҙҙырған. АҠШ байыраҡ булһа ла, СССР иҡтисады көслөрәк ине. Быны аңлатыу өсөн түбәндәге һандарға күҙ ташлау ҙа етә: СССР-ҙа яҡынса 200 миллион кеше эшләп, 300 миллион совет халҡын туйҙырҙы, 1,5 миллиардҡа яҡын кешегә ярҙам күр­һәтә алды. АҠШ иһә, донъяның икенсе яртыһын үҙ ҡарамағында тотоп, башлыса улар иҫәбенә йәшәне. 70-се йыл­дарҙа АҠШ элитаһы, Советтар Союзы иҡтисади ярышта еңде, тип иҫәпләй ине. Мәҫәлән, 1979 йылда президент Дж. Картер телевизорҙан ошо турала һүҙ алып барҙы.
Билдәле статист Василий Симчера иҫәпләүе буйынса, әгәр 1991 йылда Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты еңгән булып, СССР шул темп менән үҫкән хәлдә, 2010 йылдарҙа АҠШ-ты үтеп китер ине. Был дөрөҫтөр, Михаил Горбачевтың 2000 йылға һәр совет ғаиләһен айырым торлаҡ менән тәьмин итергә тигән вәғәҙәһе буштан булмағандыр. Көнбайыш дәүләттә­ре­нең бөгөнгө сағыштырмаса арыу хәле башлыса беҙҙең дәүләт иҫәбенә ҡо­ролғанын оноторға ярамай.
Советтар Союзындағы йәмғиәткә яңы динамика биреү талабын аңлаған Юрий Андропов Үҙәк Комитет секре­тарҙары Михаил Горбачев, Николай Рыжков һәм Владимир Долгихтан торған төркөмгә 1982 йылда уҡ тейеш­ле тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан. Шун­лыҡтан Горбачевтың үҙгәртеп ҡороу тураһындағы апрель пленумындағы сығышын нигеҙле, алдан уйланылып эшләнгән тип ҡабул итергә кәрәк. Ундағы өс төп тезисты – тиҙләнеш, демократия, асыҡлыҡ – совет халҡы дәррәү күтәреп алды. Быныһы онотолмаған әле. Әгәр был тезистарҙы бер нисә йылға тәғәйенләнгән стратегик маҡсат тип ҡараһаң, ниндәй һығым­та яһап була?
Беҙҙең дәүләт Михаил Горбачев ҡуйған маҡсаттарға өлгәштеме? Иҡти­сади үҫеш темпына килгәндә, бөгөнгө Рәсәй РСФСР-ҙа етештерелгән эске тулайым продукт кимәлен әле булһа үтеп китә алмай. Ҡорал етештереү, атом энергетикаһы, аэрокосмонавтика менән генә ғорурланырға мөмкин. Демократия мәсьәләһенә килгәндә, яңы­раҡ Биржа форумында Герман Греф: “Беҙҙә дәүләттең идара системаһы юҡ хәлендә”, – тине. Уға яуап итеп, беренсе вице-премьер Игорь Шувалов: “Кеше даими үткәрелеп торған рефор­маларҙан ялҡты”, – тип белдерҙе. Уның күҙаллауынса, яңыртыуға кәм тигәндә 40 йыл кәрәк. Былай дауам итһә, инновация өсөн төҙөлгән Сколково наноҡаласығы ла фарс булып ҡына ҡалыр.
Асыҡлыҡ мәсьәләһенә килгәндә, Сол­женицын, Гроссман, Бродскийҙың китаптарын баҫтырып таратыу тик кире һөҙөмтә бирҙе шикелле – уҡырға ярат­ҡан совет халҡы яҙыусы һүҙенә ышанмай башланы, китап, гәзит дуҫтары ҡырҡа кәмене.
Хәҙер эшләмәйенсә генә байып бу­ла тигән идеология барлыҡҡа килде. Матди һәм рухи ҡиммәт булдырмай торған яңы һөнәрҙәр булдырылды, уларҙың осона сығырлыҡ та түгел – шоумен, диджей, коллектор кеүек люмпен-интеллигенция менән донъя тул­ған. Хатта Конституцияға Рәсәй дәү­ләте идеологияһыҙ булырға тейеш, тип яҙып ҡуйылһа ла, “Байырға!“ тигән принцип булдырылғанын бер кемдең дә танығыһы килмәй. Йәшәргә яраҡһыҙ өйҙәр, төрлө финанс пирамидалары, коррупция, законһыҙ төҙөлгән биналар… Кешенең алдында нисек тә тиҙерәк байыу маҡсаты торғанда, был проблемаларҙы бер нисек тә хәл итеп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Һис кемде өгөтләп кенә дөрөҫ юлға баҫтырып булмаясаҡ. Шул уҡ яҡшы идеяны ғына алып ҡарайыҡ: медицина институтын тамамлаған йәш табиптарға ауылға ҡайтып эшләү өсөн бер миллион һум грант бирелә. Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеп булырмы? Был аҡсаны ҡулға төшөргәс, күпселек ҡалаға таймаҫмы? Себерҙәге янғындарҙы ғына алығыҙ. Бында кемдер диверсанттарҙы эҙләй. Яуап ябайыраҡтыр. Дәүләт иҫәбенә бушлай торлаҡ алырға тырышҡан бе­рәй эскесе өсөн был янғындар, бәлки, кәрәктер – һәр кем баҙар шарттарында үҙенең файҙаһын ғына эҙләй.
Беҙгә идеологияның бик мөһим иҡ­тисади фактор икәнен аңларға ваҡыт. Яҡшы вәғәҙәләр, ҡуйылған маҡсаттар ҡоро һүҙ генә булып ҡалмаһын ине. Идеология халыҡты берләштереүгә, яңы үрҙәр яулауға йүнәлгән булырға тейеш.





Вернуться назад