Битарафлыҡ, яуапһыҙлыҡ һөҙөмтәһе25.04.2015
Себерҙә, Байкал аръяғында йөҙәр мең гектар урмандарҙың яныуы, Хакас Республикаһындағы фажиғәлә биш кешенең һәләк булыуы, 900 самаһы ғаиләнең ҡыйыҡһыҙ ҡалыуы күңелдәрҙе өшөткәйне. Ошо көндәрҙә тағы бер фажиғә хаҡында ишеттек: Орел ҡалаһындағы пиротехника келәтендә шартлау һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан.
Ул шәхси эшҡыуарҙыҡы булған. “Ҡыҙыл әтәс” күршеләге йорттарға, автомашиналарға “ҡунаҡларға” ла өлгөрә, тирә-яҡты ҡара төтөн пәрҙәһе солғап ала. Бәләгә ҡалғандарҙы ҡотҡарыу өсөн вертолет та килеп етә, 100 машина утты һүндерергә тырыша, әммә көслө ел уларҙың эшен киҫкенләштерә. Петарда шартлауынан, уттан тиҫтәләгән кеше ҡаза күрә, улар араһында балалар ҙа була, ике кеше дауаханала йән бирә.
Әлбиттә, күпселек бәлә-ҡазаның төп сәбәбе – урындағы кешеләрҙең үҙ эшенә битарафлығы. Һәр беребеҙ үҙ бурысына яуаплы ҡараһа, бындай фажиғәләр урап үтер ине.