Илдә – “Библиотөн”25.04.2015
Кисә Рәсәйҙә дүртенсе тапҡыр “Библиотөн” социаль-мәҙәни акцияһы ойошторолдо. Быйылғы сара – Рәсәйҙә иғлан ителгән Әҙәбиәт йылында төп ваҡиғаларҙың береһе. Унда шулай уҡ республиканың дәүләт һәм муниципаль китапханалары ла ҡатнаша.

Төбәктә “Библиотөн” акцияһы киске сәғәт 6-ла башланды. Балалар өсөн тәғәйенләнгән саралар көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 9-ға тиклем дауам итте.
Киң күләмле сарала 800-ҙән ашыу китапхана ҡатнашты. Быйыл баш ҡалала Өфө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарының өс күсмә китапханаһы күрһәтелде. Библиобустар Дорогин, Шамонин, Зубов, Чесноковка, Булгаков ҡасабаларында, “Мега” сауҙа үҙәгендә, Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә, Аксаков һәм Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял парктарында туҡтаны. “Библиотөн” байрамы башланыр алдынан библиобустар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана янындағы майҙанға килде.
Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн китап­хана­һында махсус кисә ойошторолдо. Әҙәби ҡунаҡхана, китаптар күргәҙмәһе гөрләп торҙо, “Һунарсы улы” йәнһүрәте һәм “Ел ҡыуыусы” фильмы күрһәтелде.






Вернуться назад