Уҡыусылар теләк менән өйрәнгәс25.04.2015
Республиканың төрлө ҡала-райондарындағы мәғариф учреждениеларында өҫтәмә белем биргән
51 уҡытыусы “Йыл педагогы-2015” конкурсында һынау тотто.
Бәйгеселәр төрлө номинациялар буйынса көс һынашты, үҙенең белем биреү, һөнәргә өйрәтеү алымдары менән уртаҡлашты, фекер алышты. Улар араһынан, мәҫәлән, Ҡариҙелдән килгән Данил Зарипов райондың балалар сәнғәт үҙәгендә 25 йыл эшләй, уҡыусыларҙы һүрәт төшөрөргә өйрәтә, дүрт түңәрәк алып бара.
– Конкурс ижадташ дуҫтарым менән аралашыу мөмкинлеген бирҙе, – ти ул. – Йәштәр ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырышһын ине.
Конкурс һөҙөмтәһе буйынса ете уҡытыусы беренсе урынға лайыҡ булды. Улар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте серҙәрен өйрәткән остаз Ләйлә Ғәзизова ла бар.
– Балалар менән тире эшкәртеп, һаламдан аппликациялар яһайбыҙ, – ти ул. – Бергәләп йомшаҡ уйынсыҡтар ҙа тегәбеҙ. Балаларҙың һәр шөғөлдө ҙур теләк менән өйрәнеүе – илһамлы хеҙмәттең төп сере.