Коммуналь хеҙмәт өсөн күпме түләрбеҙ?25.04.2015
Һыу, газ өсөн түләү артасаҡмы? Электр энергияһын ҡулланыу хаҡы көйләнерме? Иҡтисади көрсөктөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү өлкәһенә йоғонтоһо һиҙелерлек булырмы? Башҡортостан Тарифтар буйынса дәүләт комитетының коллегия ултырышында һүҙ башлыса ошо һорауҙарға ҡағылды. Сарала шулай уҡ ойошманың былтырғы эшмәкәрлегенә, 2015-2016 йылдарға ҡуйылған бурыстарына байҡау яһалды.

– Быйыл йылылыҡ энергияһы тарифының уртаса 11,4 процентҡа артыуы, һыу менән тәьмин итеү, таратыу өсөн хаҡтың 22 проценттан ашмаясағы асыҡланды, – тине Баш­ҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ирина Васимирская. – 1 июлдән халыҡ “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн – 7,5, электр энергияһына 8,5 процентҡа күберәк түләй башлаясаҡ. Һуңғыһы буйынса шуны әйтеү мөһим: былтыр электр энергияһын ҡулланыуҙы иҫәпләү тәртибе байтаҡ үҙгәреш кисерҙе. Яңы талаптарға ярашлы, ут өсөн түләү уның тәүлектең ҡайһы өлөшөндә фай­ҙаланылыуына ҡарап башҡарыласаҡ. Ошонан сығып, һәр кеше үҙе өсөн ҡулай иҫәпләү төрөн һайларға тейеш. Әгәр ҙә электр энер­гияһын көндөҙ күберәк ҡуллана­һығыҙ икән, тимәк, һеҙгә бер ставкалы тарифҡа күсеү уңайлы.
Әлеге көрсөк шарттарында эште теүәл һәм ваҡытында башҡарыу, етештереүсе һәм ҡулланыусы яҡтар араһында тигеҙлек булдырыу, хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәрҙе “үтә күренмәле” механизм ярҙамында ҡабул итеү – республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлегенең төп бурыстары­ның береһе.
Коллегия ултырышында ҡатнашҡан республика, ҡала, район етәкселеге вәкилдәре алдында Мәскәү ҡалаһындағы “Платформа” йәмғиәте директоры урынбаҫары Сергей Ни­чипорюк сығыш яһаны. Уның телмәре та­риф­тарҙы көйләүҙең берҙәм электрон мөхитен булдырыуға арналды. Асыҡланыуынса, хеҙ­мәт­ләндереүҙең яңы ысулына күсеү Рәсәйҙә күптән бара. Берҙәм электрон мөхиткә һәр ойошманан тейешле мәғлүмәт йыйыласаҡ, һәм ул заманса асыҡ шарттарҙа тикшерелеп эшкәртеләсәк. Был айырым өлкә хеҙмәткәр­ҙә­рен ҡағыҙ мәшәҡәтенән азат итәсәк.
Коллегияла шулай уҡ йылылыҡ, һыу ме­нән тәьмин итеү объекттарын ҡулланыу тәжрибә­һе һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелде.






Вернуться назад