Лайыҡлы хөрмәт күрһәтелһен “Бөйөк Еңеүҙең25.04.2015
70 йыллығын билдәләгәндә бер ветеран да иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Иң мөһиме — өлкән йәштәгеләргә лайыҡлы хөрмәт күрһәтеү”, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, байрам сараларын ойоштороу комитетының сираттағы ултырышын асып.
Етәксе билдәләүенсә, иҫтәлекле урындар, һәйкәлдәр, обелисктар тәртипкә килтерелергә тейеш. Бының өсөн һәр ҡала һәм район хакимиәте башлығы шәхсән яуап бирәсәк. Рөстәм Зәки улы байрамға формаль рәүештә ҡарамаҫҡа, әҙерлекте күңел биреп башҡарырға саҡырҙы.
Артабан ултырышта Башҡортостандың хәрби комиссары Анатолий Балтинский, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны. Сарала онлайн режимда район-ҡала хакимиәттәре вәкилдәре лә ҡатнашты.