Тегенсе эшһеҙ ҡалмаҫ25.04.2015
Тегенсе эшһеҙ ҡалмаҫ Халҡыбыҙҙа эш кешеһен данлаған бихисап мәҡәл һәм әйтем бар: “Һөнәр – ирҙең ҡанаты”, “Һөнәрҙең артығы юҡ”, “Һөнәре бар күккә осор, һөнәре юҡ ерҙә лә йөрөй алмаҫ”, “Һөнәрле кеше үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ”... Был аҡыллы һүҙҙәр бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай. Замандың төрлө шауҡымына бирелеп, йәштәр еңелерәк, вазифалыраҡ эшкә өҫтөнлөк бирә башланы. Һәр өсөнсө кеше – юрист йә иҡтисадсы. Ә хеҙмәт баҙарында йорт һалыусылар, мебель эшләүселәр, кейем тегеүселәр етешмәй.
Яңыраҡ Өфө технология һәм дизайн колледжында уҙғарылған “Иң яҡ­шы тегеүсе” республика конкурсы ла хеҙмәт кешеһенә иғтибарҙы арттырыу­ҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Был бәй­ге­лә Өфө, Нефтекама, Ишембай ҡала­ларынан, шулай уҡ Шишмә райо­нынан һөнәр оҫталары ҡатнашты.
Конкурс өс этапта үтте. Тәүгеһенә ярашлы, һәр кем өйҙә ниндәйҙер ке­йем тегеп килтерергә тейеш ине. Бы­нан һуң улар теоретик белеме бу­йынса ла имтихан тотто. Ә инде иң яуаплы өлөш – дүрт сәғәт эсендә эш өсөн махсус кейем тегеү.
Әлбиттә, конкурсҡа һәр предприя­тиеның иң алдынғы тегеүселәре ебә­рел­гәйне. Мәҫәлән, Нефтекама ҡала­һы­нан килгән Альбина Ситдиҡо­ваның утыҙ йыллыҡ хеҙмәт стажы бар.
– Үҙебеҙҙең коллективта ойошторол­ған конкурста еңеп сыҡҡас, бында ҡатна­шырға йөрьәт иттем, – ти оҫта ха­ным. – Бәйгенең шарттары әллә ни ҡат­мар­лы түгел, шулай ҙа тулҡынландыра.
Шул уҡ ҡаланан килгән Светлана Зинова ла үҙ эшенә бына инде 30 йыл тоғро булып ҡала.
– Тегеүсе һөнәрен һайлағанға бер ҙә үкенмәйем, – ти ул. – Бындай белеме булған кеше һис юғалып ҡалмай. Йәштәр шуны аңлаһын ине. Юғиһә бөтәһе лә етәксе булырға ынтыла.
Көн дауамында ҡыҙыу барған оҫта­лыҡ бәйгеһенең еңеүселәре асыҡ­лан­ды. Беренсе урынға – Светлана Ефи­менко, икенсегә – Олеся Шо­бик, ә инде өсөнсө урынға Ольга Соломотина сыҡты. Яулаған үрҙәргә ҡарап, уларға 50, 30 һәм 15 мең һум күләмен­дә аҡсалата бүләктәр тапшырылды.



Вернуться назад