Тотош быуат шаһиты24.04.2015
Тотош быуат шаһиты Ундайҙар хаҡында “быуат ағинәйе” тип әйтәләр, сөнки улар — XX быуаттың әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған, үткән дәүерҙең тере шаһиты булған хөрмәтле кешеләр.

Анна Федоровна Селиванова Сибай ҡалаһында йәшәй. Ағинәй ошо көндәрҙә 100 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне. Ҡала тарихындағы беренсе йөҙйәшәр инәйҙе ҡотларға ҡала хакимиәтенән вәкилдәр, туғандары һәм балалары йыйылды. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы етәксеһе Азамат Юлдашбаев тыл ветеранына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хатын тапшырҙы.
Белорет районында донъяға килгән Анна Селиванова бер быуаттан икенсеһенә аяҡ баҫырын уйлап та бир­мә­гәндер: ул үҙенең теремеклеген әле лә юғалтмаған, зиһене яҡшы, хәтере шәп. Хатта ауыр һуғыш йылдарын, ул осорҙағы күргән михнәттәрен бик яҡшы хәтерләй йөҙйәшәр инәй. Тормош юлдашы яу яланында ятып ҡала, шунлыҡтан уға ике улын һәм ҡыҙын яңғыҙына тәрбиәләргә тура килә.
Бөгөн бәхетле әбей биш ейән-ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәре һәм ике тыуасарының иғтибарына төрөнөп йәшәй. Иң өлкән ейәнсәренә — 55, бүләһенең иң ҙурына 32 йәш тулған. Яңы быуатҡа аяҡ баҫҡан Анна Федоровнаның сәләмәтлегенең ныҡ булыуында, ошо йәшкә етеүендә 76 йәшлек ҡыҙы Елена Ивановнаның тырышлығын һәм иғтибарын баһаламау мөмкин түгел.
— Әсәйем сабыр, түҙемле кеше. Би­ге­рәк тә таҙалыҡты яратты, сәләмәт тормош алып барҙы. Оҙаҡ йәшәүенең сере лә тап шундалыр тип уйлайым, — ти ҡыҙы.
Үҙенең барлығы һәм булмышы ме­нән быуындарҙы бәйләгән, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бү­лә- бү­лә­сәләренә йәшәү маяғы бул­ған Сибай йөҙйәшәренә артабан да ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, йән ты­ныслығы теләйбеҙ.








Вернуться назад