Таштуғайҙы нурлай инәйҙәр24.04.2015
Таштуғайҙы нурлай инәйҙәр Һуңғы йылдарҙа республикала ағинәйҙәр хәрәкәте киң ҡолас ала. Улар башланғысы менән ауылдарҙа төрлө сара, осрашыуҙар үтә, бигерәк тә халҡыбыҙҙың онотола барған йолалары тергеҙелә, халыҡ кәсебе менән ҡыҙыҡһыныусылар арта.


Йәнә бер йола!

Таштуғайҙы нурлай инәйҙәрЭшмәкәрлеген ошо йүнә­леш­кә көй­ләгән “Алтын тирмә” исем­ле фестивалдә бер ауыл би­лә­мәһе ағинәйҙәре үҙ-ара тапҡырлыҡта, зирәклектә көс һынаша, хәтер һан­дығында ҡалып барған ха­лыҡ уйындарын, йыр-моң, бейеү өлгөләрен йәш быуынға күрһәтә, еткерә. Сираттағы күркәм сара Таналыҡ ауыл биләмәһенә ҡара­ған ағинәйҙәрҙе Таштуғай ауылында йыйҙы.
Подольск, Ғәҙел, Баҡал та­раф­тарынан да килгән ағи­нәй­ҙәрҙе тәбрикләп, район хаки­миә­тенең мәҙәниәт бүлеге на­чаль­нигы Лариса Мәмбәтова былтыр райондың һәр ауылы үҙ брендын булдырыу айҡанлы байрам үткәреп, ә быйыл йәнә яңы проект булдырып, бар халыҡты таң ҡалдырыуын билдәләне.
“Алтын тирмә” фестивален ойош­тороусылар, ауыл кешелә­рен сәләмәт тормош алып ба­рыу­ға саҡырыуҙан тыш, ауыр тор­мош шарттарында ҡалған ғаи­ләләргә мәрхәмәтлек күрһә­теүҙе, уларға кәрәк-яраҡ, кейем-һалым менән ярҙамлашыуҙы, төрлө сараларға йәлеп итеп, уларҙың йәшәү кимәлен яҡшыр­тыуҙы маҡсат итеп алған. Иң ҡыуа­ныслыһы – “Алтын тирмә” марафоны һәр ауыл биләмәһен­дә старт алды, унда еңгән ағи­нәйҙәр ҡоро район күләмендәге бәйгегә юлланасаҡ.

Үҙҙәренең ҡулы алтын...

Таштуғайҙы нурлай инәйҙәрЭлек-электән һәр төбәк үҙ оҫ­талары һәм уңғандары менән дан­ланған. Боронғо башҡорт ауы­лы булараҡ, таштуғайҙар халыҡ­тың тарихына, бөгөнгөһөнә, ки­ләсәгенә лә ҙур иғтибар бүлә, йәш быуынды өлгөлө тәрбиә­ләргә тырыша. Шулай уҡ улар ауылдаштары, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың халыҡ арти­сы Хөрмәтулла Үтәшев, уның атаһы, бил бирмәҫ көрәшсе Ғаззали Үтәшев менән сикһеҙ ғорурлана.
Был юлы ла йыйын оҫта ағи­нәй­ҙәрҙең ҡул эштәре күргәҙмә­һе­нән тыш үтмәне. Мендәр тыш­тарына сағыу сәскәләр сик­кән Зөһрә Латипованың “һанды­ғын­да” нимә генә юҡ: ҡаба­рын­ҡы ла, шыма ла яҫтыҡтар, диван, ултырғыс япмалары, төрлө су­венирҙар, бәйләнгән кофта, жи­лет һәм шәлдәр күҙҙең яуын алырлыҡ!
– Бала саҡтан бәйләргә яраттым, оҫталыҡ әсәйемдән дә би­релгәндер, күрәһең. Оҙаҡ йыл­дар балалар баҡсаһында мөдир булып эшләгәс, байрам һайын тиерлек яңы өлгөләр бәйләргә, сигергә тура килде. Хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан шөғөлөмә ныҡ­лап тотондом: һәр ҡыҙымдың бирнәһенә сигелгән яҫтыҡ тыштары, ултырғыс, диван япмала­ры әҙерләнем. Әле лә күңелем тулғанда ла, шатлыҡ килгәндә лә ҡулыма бәйләм алам. Ағи­нәйҙәр хәрәкәтен ойоштороп ебәр­гәс, бер-беребеҙгә кис ул­тырырға йөрөйбөҙ, йырлап та, моңайып та, рәхәтләнеп бейеп тә алабыҙ, – ти Зөһрә Мөхтәр ҡыҙы. Рәсәйҙең мәғариф алдын­ғыһы, 37 йыл балалар баҡса­һына етәкселек иткән был ханым – ауылдың иң абруйлы ағинәйҙә­ренең береһе.
Рәхимә Үлйәбаеваның да ҡа­мырҙан, балсыҡтан эшләнгән ҡур­саҡтары күптәрҙең күңеленә хуш килде. Оҫтабикә бәйләм, сигеүгә, төрлө әйберҙәр ярҙа­мында ваза, сувенирҙар эшләүгә әүәҫ. Грек сәтләүегенән яһалған ваза, мәҫәлән, зауыҡлылығы ме­нән магазиндағынан һис тә айырылмай тиерлек. Ҡамырҙы әүә­ләп, ҡатырып, һуңынан буяп эшләнгән сәскәләре, ҡурсаҡтары Рәхимә Ғаззали ҡыҙының матур­лыҡты тойоп, күңел биреп эш­ләүенән шундай илаһи һәм сихри килеп сығалыр.
– Ҡул эштәренә маһирлыҡ – үҙе бер һөнәр ул. Һәр саҡ ихлас тотоноп башҡарғы килә, – тип йылмая Рәхимә Үлйәбаева.

Шиғри күңелле Фәриғә

Таштуғайҙы нурлай инәйҙәрТаштуғай ағинәйҙәре бар яҡлап та һәләтле, уңған булып сыҡты. Араларында ижад менән шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Фәриғә Күсәкова бала саҡтан шиғыр яҙа, күптәр уның ижад өлгөләре менән Интернет селтәре, район гәзите аша танышып бара.
Бөгөнгө “замана” ағинәйҙәре яңылыҡта ейән-ейәнсәрҙәренән һис тә ҡалышмай: “Бәйләнештә” сайтында үҙ төркөмөн булдырып, яҙмаларын теркәп, төрлө фекер, тәҡдим ҡабул итә. Күңел түренән сыҡҡан хисле, тормошсан шиғырҙарҙы барыһы ла яратып уҡый. Фәриғә Күсәкова шулай уҡ сәсмә әҫәрҙәр ҙә ижад итә.
– Ижадҡа ынтылыш бала саҡ­тан килә, – ти Фәриғә Ғаззали ҡыҙы. – Мәктәптә уҡығанда уҡ мөхәббәт шиғырҙарын ижад ит­тем, артабан тормош, йәшәйеш хаҡында ла яҙа башланым. Тәү­ге өлгөләремде кешегә күрһә­тергә баҙнат итмәнем, дәфтәрҙә генә һаҡланым. Ҡыҙымдың тыу­ған көнөндә бер шиғырымды уҡып ишеттергәйнем, артабан балам, бер һүҙемә ҡарамай, китап итеп баҫтыртты.
Бөгөн шиғри күңелле ағинәй­ҙең “Әле йәшәйем әле”, “Тағы ки­лер яҙҙар” исемле шиғри йы­йын­тыҡтары һәм атаһы, дан­лыҡлы көрәшсе Ғаззали Үтәшев, хаҡында “Атайым тураһында иҫтәлектәр” тигән китабы бар.
Фәриғә Күсәковаға ауыл ағи­нәйҙәре ойошмаһы етәксеһе бу­лараҡ бихисап эш башҡарырға тура килә. Әммә тормошто ма­тур­лауҙы йәшәүенең төп маҡса­ты итеп алған хөрмәтле ағинәй, бәхетле әсә, хәстәр­лекле ир ҡатыны, шиғри күңелле ханым ижад та итә, ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй, ғөмүмән, барыһына ла өлгөрә.
Әҙәпле, оҫта ҡуллы, ипле һүҙле күркәм ағинәйҙәрҙең артабан да матур эштәрен, изге ғәмәлдәрен күрергә, ишетергә насип булһын.


.


Вернуться назад