Алтмыш йылдан һуң...24.04.2015
Запастағы майор Фәрит Вәлиевте Ҡыҙыл Йондоҙ ордены 60 йылдан һуң эҙләп таба һәм шанлы һуғыш йылдарын яңынан кисерергә мәжбүр итә, шул уҡ ваҡытта кеше ышанмаҫлыҡ хәлдәр тураһында ла һөйләтә.


Тыныс тормошта врач-хирург, ә һуғыш йылдарында – артиллерия разведчигы. Ҡырмыҫҡалы егете Фәрит Вә­лиев тураһында һүҙем. Фронтҡа алыуҙарын һорап ғариза яҙғанында уға 17 йәш тулған. 1943 йыл башланып торған мәл. Егетмен тигән егет нисек түҙеп торһон?
Яманаты сыҡҡан Тоцкое лагерында ул асҡа үлмәне, ә үтә лә мөһим һаналған һуғышсы һөнәрен күңел биреп үҙләштерә алды. Инструменталь разведка белгеслегенә танытма алды. Булдырам тигән ир үҙ маҡсатына өлгәш­мәй ҡалмай.
Ленинград фронтына килеүенә сержант Вәлиевте артиллерия дивизияһына тәғәйенләнеләр. Баш команду­ющий ҡарамағында фашистар блокадаһын һепереп түгеү өсөн ут ҡойоно башланып тора ине.
Йәш яугир – ике ут араһында. Алда дошман уҫал ҡар­шылыҡ күрһәтә, артта – үҙебеҙҙекеләр. Гитлерсыларҙың ут нөктәһен теүәл белеп, үҙебеҙҙең снарядтарҙың сәпкә төшөүенә төҙәтмә биреү бурысы тора. Ул арала үҙеңде ут ялмап алыуы ихтимал.
– Беҙҙең дивизия 1944 йылдың ғинуарында блокада тотҡан немец частарын тар-мар итеүҙә ҡатнашты. Артиллерия һөжүме ҡот осҡос көслө булды, – тип хәтерләй бөгөн ҡарт яугир. – Кеше үтә алмаҫлыҡ тип һаналған Маннергейм оборона ҡоролмаһын емереүҙә ҡатнаштыҡ.
1944 йылдың йәйе алдынан 2-се Украина фронты Яссы – Кишинев операцияһында ҡатнашыуға әҙерлек алып бара.
“Беҙҙең ауыр артиллерия үҙ эшен башлағанда, – тип һөйләй уҙаман, – ер тотошлай һелкенгән һымаҡ тойола ине. Немецтарҙың оборона ҡоролмаларынан бер нәмә лә ҡалманы. Уның ҡарауы, беҙҙең ғәскәрҙәр Кишинев ҡалаһына ҙур юғалтыуһыҙ үтә алды”.
Румыния ерҙәрен азат иткәс, 5-се артиллерия диви­зияһы Карпат тауҙары аша Венгрияға табан юл тота. “Беҙ иң мөһим урындарҙа, – Вәлиев һүҙен дауам итә, – танк тупланған йә булмаһа һөжүм иткән йүнәлештәрҙә. Бер нисә көн Чехословакия биләмәһендә һуғыштыҡ”.
Бына Будапешт ҡалаһы өсөн һуғыш бара. Ул тамамланып өлгөрмәй, Австрияның баш ҡалаһы Венаны алыу көндәре башлана. Унан һуң ауыр артиллерия дивизияһы Берлинға табан юл ала. Ләкин яҡташыбыҙға Гер­ма­нияның баш ҡалаһы урамдарында фашистарҙың ҡаршылыҡ ҡоролмаларын емертеү эшендә ҡатнашырға тура килмәй. Ул бер юлы ике ҡыйпылсыҡ йәрәхәте ала. Береһе – һул ҡулына, икенсеһе – башына. Дөрөҫөн әйткәндә, яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Һушын юғалтҡан көндәре була.
Булдыҡлының бәхете үҙе менән тигәндәй, сержант Вәлиев ялан госпиталендә оҫта хирург ҡулына эләгә. Фамилияһын мәңге онотаһы юҡ: Карасев. Башҡалар йә­рәхәтле ҡулды ҡырҡып ташларға хөкөм сығарғанда, ул ҡаршы төшә. Баш һөйәген зарарлаған мина ярсығын үҙе алып, усына һалып күрһәтә.
Ошо үтә ауыр һәм яуаплы операциялар ваҡытында Карасев туҡтауһыҙ Вәлиев менән һөйләшә. Уның тормошсан, түҙемле булыуына һәм киләсәккә өмөт менән ҡа­ра­уына һоҡлана. Һәм бер көн һығымта яһағандай әйтә: “Һин, Вәлиев, изге күңелле һәм йомшаҡ ҡуллы кеше. Алланан һиңә бай һәләт бирелгән. Врач булырға уйламай­һыңмы?”
Был турала әңгәмә ҡабатлана тора. Ҡыҫҡаһы, табип йәрәхәтләнгән һалдат Вәлиевте ғазраил ҡулынан тартып алыу менән сикләнмәй, киләсәккә өмөтлө юлдар һалыуҙа ла ҡатнаша. Фәрит Вәлиев ошо көндәрҙә үҙенең врач буласағын ситләтеп булһа ла күҙаллай.
Ләкин һалдат үҙенә хужа түгел. Уның яҙмышы бер ҡараһаң – командирҙар, икенселәй Аллаһ ҡулында. Сафҡа ҡайтарылғас, Вәлиев һауа-десант ғәскәрҙәрендә булып сыға.
Һуғыш тамамланған. Бурыстар бөтөнләй яңы. Ҡара тир түгеп, десантлыҡҡа өйрәнеү осоро. Вәлиев ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 70 тапҡыр парашют менән һикерә. Бөтәһе лә уңышлы үтә. Бына, тот та, теләһә ҡайҙа дошман яғына һикерт. Ошоно көтөп йөрөгәндәрендә бер төркөм егетте хәрби училищеға уҡырға ебәрәләр. Шул иҫәптән Фәритте лә. Ул был мөһим бурысты ла үтәп сыға, иңдәренә офицер кителе һала. Тимәк, һин ғүмереңде хәрби хеҙмәткә бағышланың. Был юлда үҙеңде күрһәтергә бурыслыһың. Ләкин Вәлиев запасҡа сығыу форсатын таба. Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, тиһәләр ҙә, ул тыуып үҫкән Башҡортостанын һағынып йәшәй. Уставтарға ҡоролған, ҡырыҫ хәрби тормошто өнәп бөтөрмәй. Ошо ваҡытта ул врач Карасевты күҙ алдына килтерә һәм уның хаҡ һүҙҙәрен хәтерләй. Һөҙөмтәлә ул баш ҡалабыҙ Өфөлә институт тамамлап, оҙон-оҙаҡ йылдар врач булып эшләй.
Үрҙә телгә алынған орден үҙенән-үҙе табыла тип әйтергә була. Күптән пенсия йәшендәге Фәрит Вәлиев республика Хәрби Дан музейына килгеләй башланы. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн бынамын тигән герой ул. Һүҙгә оҫта, ләкин яҙғы ташҡындай йәйелеп китмәй. Беҙ уның менән икәү генә ултырып һөйләшеп тә ала инек.
112-се артполк, Тиса йылғаһы аша үтеп, һөжүм итеүгә әҙерләнеп өлгөрмәгән мәл. Фәрит Вәлиев, полкта өлкән хисапсы булғанлыҡтан, штаб начальнигы янында. Хәүеф-хәтер һиҙелмәй. Шунлыҡтан расчеттар позицияға баҫып өлгөрмәгән. Бәлки, фронтта хәл тиҙ үҙгәреүсән икәнлеге онотолоп киткәндер. Шунда уң флангтан танктар пәйҙә булыуы һиҫкәндерә. “Иптәш майор...” – тип ауыҙын асыуы була Вәлиевтең, штаб начальнигы Яковлев әҙерлекһеҙ ултырған пушканы бора башлай. Вәлиев снарядтар килтерә. Майор тура тоҫҡау менән өс тапҡыр атҡас, алдан килгән танк шырпы ҡабылай гөлт итә. “Бына оҫталыҡ, бына уңыш!” Башҡа танктар хәрәкәт йүнәлешен үҙгәрткәс, Яковлев, маңлай тирен һыпырып, Вәлиевкә ҡарап йылмая. Күрәләр: башҡа танктарҙы ла ут ялмаған. Икенсе бер полк егеттәре яуға әҙер булған икән.
Һуңынан билдәле булыуынса, майор Яковлев менән сержант Вәлиев немец командирының танкын юҡ иткән. Ләкин был батырлыҡ тейешенсә баһаланмай ҡала. Вәлиевкә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы бирелә.
Музейға килгәнендә Фәрит Миңлеғәли улы был эпизодты еңелсә һөйләп үткәйне. Хәлде теүәлерәк асыҡлау теләге тыуҙы, сөнки яҡташыбыҙҙың “Ватан һуғышы” орденына тәҡдим ителгән булғанлығы асыҡланды. “Туҡта әле, запрос яһап ҡарайыҡ!” – тип Үҙәк архивҡа хат яҙҙыҡ. Яуап көттөрмәй килде, ә уның артынса яу наградаһының республика хәрби комиссариатына килгәнлеге билдәле булды. Шулай итеп, ҡара тир, ҡайнар ҡан түгеп алынған бүләк юғалып ҡалманы. Олпат яугир уны шатланып ҡабул итте һәм ғорурланып кителенә таҡты.







Вернуться назад