Хәл ялға
барып етһә...Ярты ставкала педагог-психолог булып эшләйем. Йыл һайын бирелә торған ялым 24 көн тәшкил итәсәк һәм аҡсаһы яртылаш ҡына түләнәсәк, тинеләр...
Илгизә.
Бөрө районы.
Хеҙмәткәр тулы ставкала эшләмәһә лә, йыл һайын тәҡдим ителгән түләүле отпуск яртылаш ҡына бирелергә тейеш түгел (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 93-сө статьяһы). Тимәк, һеҙҙең дә ялығыҙҙы тулыһынса файҙалана алыу хоҡуғын сикләй алмайҙар. Дөйөм белем биреү ойошмаһында эшләгән педагог-психологтар өсөн был – 56 календарь көн. Етәкселек һеҙгә 24 кенә көн ял тәҡдим итеп, хоҡуғығыҙҙы боҙа. Є бына түләү мәсьәләһенә килгәндә, ул уртаса эш хаҡына ҡарап билдәләнә. Ћеҙҙең хеҙмәт өсөн хаҡ ставканы уртаға бүлеп ҡуйылғас, отпуск өсөн аҡса күләме лә ике тапҡырға кәмерәк килеп сыға.
Бер тинлек ҡуян ун тинлек зыянмы? Әллә...Магазинда быҡтырылған ит һатып алдым. Өйгә ҡайтҡас, һауыттың тулы түгеллеген, өҫтәүенә аҙыҡтың сифаты насар икәнлеген асыҡланым. Икенсе көндө итте тотоп магазинға киттем. Єммә аҡсаны кире ҡайтарманылар, мине консерваны асып итте ашауҙа һәм һыуытҡысҡа ҡуймауҙа ғәйепләнеләр...
Ильяс.
Өфө ҡалаһы.
“Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Закондың 7-се статьяһына ярашлы, быҡтырылған итте икенсеһенә алмаштырырға йәки аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырға тейештәр ине, сөнки ҡануниәттә һауыттың асылыу-асылмауына бәйле бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ.
Тағы бер иҫкәрмә бар: ниндәй ҙә булһа аҙыҡ-түлекте һатып алып сифатһыҙ икәнлеген асыҡлағас, магазинға тиҙ арала дәғүә белдерергә кәрәк. Єгәр һатыусылар тиҫкәреләнеп маташһа, аҙыҡҡа экспертиза үткәреү мөмкин. Є был процедура бушлай эшләнмәй. Өҫтәүенә осһоҙ әйбер һатып алынған икән, уның хаҡынан да күберәк аҡсаның кеҫәгеҙҙән “сығып осоуы” ихтимал. Ћеҙгә магазин етәкселегенә дәғүәгеҙҙе белдереп ике дана ғариза ҡалдырырға кәрәк ине. Унда хәлде асыҡлап яҙырға һәм сауҙа нөктәһенең эшмәкәрлеген тикшереүҙәрен һорап, “Роспотребнадзор”ға мөрәжәғәт итергә теләүегеҙ хаҡында белдерергә тейешһегеҙ. Магазин хеҙмәткәрҙәре ҡул ҡуйған ғаризаның берәүһе – үҙегеҙҙә, икенсеһе магазинда ҡала.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.