Веб-камера төҙөлөштө күҙәтә14.02.2012
Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында яңы йорттоң төҙөлөш майҙансығында бер нисә веб-камера ҡуйылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 28 ғинуарҙа бында көнкүреш газы шартлау һөҙөмтәһендә, 16 фатирлыҡ ике ҡатлы йорт емерелгәндән һуң, кешеләр урамда ҡалғайны.
Төҙөлөш эштәренең барышын, “Йәмәғәт электрон гәзите” сайтына инеп, һәр кем күҙәтә ала. Сайттың адресы: http://i-gazeta.com/ monitoring/priyutovo.php.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уҙған аҙнала Приютҡа килеп яңы өс ҡатлы йорт һалыу барышы менән танышҡандан һуң төҙөлөштә веб-камералар ҡуйырға ҡушҡайны.
“33-сө квартал” биҫтәһендә 24 фатирлыҡ йорт емерелгәненең эргәһендә төҙөлә. Фажиғәлә зыян күргән ғаиләләр ошонан фатир аласаҡ, ҡалған квадрат метрҙар социаль торлаҡҡа мохтажлыҡ кисергәндәр араһында бүленәсәк.
Төҙөлөш 1 майға тамамланасаҡ, 1 июндә хужалар өй туйлаясаҡ.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад