Тән яраһы төҙәлһә лә...24.04.2015
– Йәшем еткәнлектән, юлымда осраған иргә уны-быны уйламайынса кейәүгә сығырға мәжбүр булғайным. Яңылышҡанымды тиҙ аңланым: өйләнешкәндең тәүге айҙарынан уҡ туҡмала башланым. Бына шулай йәшәүемә хәҙер инде һигеҙ йыл тулып килә. Рәнйетелгәнем хаҡында өндәшмәйем, һәр саҡ йомоп ҡалырға тырышам. Туҡмалыуҙың нисек икәнен балаларым да күреп үҫә. Ни эшләргә миңә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

(Һорау биреүсенең үтенесе буйынса уның исем-шәрифен ҡуймайбыҙ).
– Бис­милләһир-рахмә­нир-рахим!
Исламда һәр ғәмәлгә – үҙ-ара мөнәсәбәт, бала үҫ­тереү, һатып алыу, бу­рыс биреү, хеҙмәт итеү һәм башҡалар – айырым ҡанун билдәләнгән. Ошо ҡағиҙәләр бәрәкәтендә хал­ҡыбыҙ мең йылдан ашыу татыулыҡта, тыныс­лыҡта йәшәгән. Мәҫәлән, үҙ-ара үпкәләшеү өс көндән ашыуға һуҙыл­маған. Әгәр ҙә ки был сик уҙып кителһә, ауылдың өлкән йәштәге кешеләре, дини етәкселәре мәсьәләне үҙ ҡулына алып, тиҙ арала ыңғай хәл иткән. “Үпкәләшергә тура килһә, мөнәсәбәттәрҙең бер аҙ боҙолоп тороу ваҡыты өс көндән дә артмаһын, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Иң беренсе ғәфү үтенеп, элекке халәтте аяҡҡа баҫтырған кеше – Йәннәткә кереүсе”.
Ғаиләлә бер-береңә һөйөү, ихтирам хөкөм һөрөргә тейеш. Һәр кемдең тәғәйен бурыстарын лайыҡлы атҡарыуы зарур – динебеҙ шулай ҡуша. “Өммәтемдең иң хәйерлеһе – ғаиләһенә күркәм мөнәсәбәттә булыусы”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер-береңде рәнйетеүгә, күңелен ҡалдырыуға Исламда урын юҡ. Араны күркәм һүҙ, изге ғәмәлдәр бәйләп, нығытып торорға тейеш. Кире осраҡта мөхәббәт юҡҡа сыға, тимәк, ғаиләнең нигеҙе ҡаҡшай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙы тел генә түгел, хатта ҡул көсө аша рәнйетеү, туҡмау осраҡтары барлығы хаҡында ишетеп торабыҙ. Ә бит ғаилә – айырым хөкүмәт, унда ир менән ҡатындан тыш балалар йәшәй, ата-әсәһенә ҡарап тәрбиә ала. Әгәр ҙә ки өлкәндәрҙең араһы насар икән, был йәш быуындың тамырына балта менән сабыуға тиң. Ҡатмарлы мөнәсәбәттәргә шаһит булып үҫкән бала үҙ “оя”һын ҡорған ваҡытта аңлашылмаусанлыҡҡа осрар, дөрөҫ юл таба алмай ыҙа сигер. Йәштән күңел торошо, психикаһы боҙолған йәш быуын вәкиленең милләтенә, иленә, фәнгә, йәмғиәткә файҙа килтерә алыуы ла шикле. Шуның өсөн дә ҡатын-ҡыҙ үҙенең хоҡуғын белергә, ирен ваҡытында “тәрбиәләргә” тейеш. Халҡыбыҙ әйтмешләй, “бер күтәрелгән ҡул кире төшмәй”. Тимәк, ирҙе тәүге ҡыйыш аҙымынан уҡ аҡылға ултыртыу мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гүзәл зат вәкилдәре, айырыуса беҙҙең мосолман ҡатын-ҡыҙы, ифрат күндәм, үҙенән бигерәк башҡаларҙы уйлаусан. Туҡмағандан һуң ғәфү үтенеп, аҙаҡ насар холҡон кире ҡабатлаған ирен дә йәлләп, түҙеп йәшәгәндәр бихисап. Ә көслө зат вәкиле быға күнеп китә, уның һайын шаша, бәлки, шулай тейеш тип тә уйлай башлайҙыр. Ошондай хәлгә төшмәҫ өсөн, алда әйтеп үткәнемсә, яуызлыҡҡа, хаҡһыҙ рәүештә күрһәтелгән ҡылыҡҡа ваҡытында кәртә ҡуйыу мөһим. Был йәһәттән дәүләт яғынан да ныҡлы ҡанун, хөкөм ҡарары булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ – йәмғиәттең бер өлөшө, киләсәкте тәрбиәләгән төп көс. Ул урынһыҙҙан рәнйетелеп, ирекһеҙ йәшәргә тейеш түгел. Әҙәм балаһы – Аллаһ Тәғәләнең генә ҡоло.
Ғаиләлә ошондай ҡатмарлы хәлдәр тыумаһын өсөн борон ата-бабабыҙ өйләнешеү мәсьәләһенә ифрат етди ҡараған. Ата-әсәнең балаһын яҡшы мөхиттә тәрбиәләнгән кеше менән никахлаштырырға тырышыуы, димләү осраҡтары – быға аныҡ дәлил. Ә миңә мөрәжәғәт иткән әлеге һылыуҙың тормошона килгәндә, өндәшмәйенсә яфа сигеп йәшәүҙән арынырға кәрәктер. Холҡон төҙәтмәгән ирҙе күп мәртәбә ғәфү итеүҙән ни фәтүә? Етмәһә, балалар үҫә, уларҙың киләсәге нисек булыр? Тән яраһы төҙәлер ҙә ул, нисәмә кешенең йәне ғазап сигә бит... Йәшәргә мөмкинлек юҡ икән, ныҡлы ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Аллаһ Тәғәлә беҙгә бер генә ғүмер биргән, уны татыулыҡта, матурлыҡта үткәрәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Киләсәк быуынға тик изгелек сәселеп ҡалһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад