Күптән түгел Бөрйәндәге бер эшҡыуар хәләл туризм асыу теләге менән уртаҡлашты.
– Беҙҙең район – быны тормошҡа ашырыу өсөн иң уңайлы ер, – тине ул. – Данлыҡлы мәмерйәне, ҡурсаулыҡты күрер өсөн халыҡ күпләп килә. Уларҙың араһында мосолмандар бихисап. Шүлгәнташ мәмерйәһенә етәрәк иман йорто бар. Ошонда уҡ йылҡысылыҡ фермаһы эшләй. Тимәк, туристарҙы атта йөрөргә өйрәтергә, улар менән бергә һыбай килеш тәбиғәттең төрлө ҡомартҡыларын күреп әйләнергә мөмкин. Өҫтәүенә ҡунаҡтар ҡымыҙ менән һыйланыр. Эргәнән Ағиҙел аға. Киң йылғала ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға һыу инеү өсөн айырым урындар эшләргә була. Ғөмүмән, тырышһаң, булдырырға мөмкин, тип уйлайым. Бөрйәндең киләсәге – туризмда. Был тармаҡты үҫтерергә кәрәк.Эшҡыуарҙың маҡсаты тормошҡа ашырлыҡмы? Республикала хәләл туризм булдырыу өсөн шарттар бармы? Был йүнәлеш буйынса эшләгән белгестәр ниндәй фекерҙә? Төрлө урынға шылтыратып, кешеләр менән һөйләшеп, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап ишетергә тырыштыҡ. Асыҡланыуынса, республикала туризмдың шәриғәт ҡанундарына ярашлы яңы йүнәлешен үҫтереү ниәте бар. “Хәләл” стандарты буйынса сертификат алырға теләгән компаниялар байтаҡ. Уларҙың вәкилдәре әйтеүенсә, Ислам ҡанундары буйынса ойошторолған саралар, мәҫәлән, йылға буйлап ағыу, велосипед турҙары, мосолмандарҙы ғына түгел, башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындырасаҡ. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтағы “Арго” туристик компанияһы рәсми сайтында үҙен хәләл турҙарҙы ойоштороусы тип таныта. Ул төрлө походтар, йылға буйлап ағыу, һыбай экспедицияға сығыу, велосипед турҙары һәм башҡа хеҙмәттәр тәҡдим итә. Нөгөш һыу һаҡлағысында компанияның туристик базаһы бар. Рәсми сайтта белдереүҙәренсә, ял мәлендә иҫерткес эсемлек ҡулланыу, Исламға тап килмәгән, шулай уҡ Рәсәй ҡануниәтен боҙған ҡылыҡтар ҡәтғи тыйыла. Компания вәкилдәре әйтеүенсә, “Хәләл” стандарты турҙы ойоштороуҙың һәр тармағына – туристарҙы урынлаштырыу, туҡландырыу, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡалар – ҡағыласаҡ. Ислам ҡанундарына ярашлылыҡты раҫлаған сертификат халыҡта ышаныс тыуҙыра, юғары сифатты гарантиялай, ти улар. “Арго” үҙенең партнерҙарын да – туристик базаларҙы, ҡунаҡханаларҙы – “Хәләл” стандарты буйынса эшләргә саҡырырға уйлай. Тимәк, был ойошмаларҙағы шарттар мосолмандарҙың йәшәйеш талаптарына тулыһынса тап килергә тейеш.
Ә ҡайһы бер туристик компанияларҙың вәкилдәре был йүнәлештең ныҡлы йәйелдерелеренә шик белдерә. “Беҙҙең халыҡтың күпселеге путевканың хаҡына өҫтөнлөк бирә, – ти улар. – Ә хәләл туризм, билдәле, ҡыйбатыраҡ буласаҡ”.
Әйүп БИБАРСОВ, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары:– Был эштең нескәлектәре бик күп. Беҙҙең республика – күп милләтле төбәк. Дине, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте бер-береһенән айырылған халыҡтар ял иткән урындарҙа бындай махсус йүнәлеш ойоштороуҙың бик ауырға тура килеүе ихтимал. Эшҡыуарҙарға бит халыҡ кәрәк. Тимәк, улар айырым төркөмдө генә хеҙмәтләндерергә риза булырмы? Хәләл туризм булғас, барыһы ла – йәшәгән йорттоң йыһазландырылыуы, туҡланыу, телетапшырыуҙар, күңел асыу саралары, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым һыу инеү, ғибәҙәт ҡылыу урындары булдырыу һәм башҡалар – Ислам ҡанундарына ярашлы ойошторолорға тейеш. Бер өҫтәлдә мосолман үҙ ризығы менән туҡланып, икенсеһендә башҡа милләт вәкиле сусҡа ите ашай икән, был хәләл туризм, мосолмандың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буламы? Бының стандартты юҡҡа сығарыуға ла килтереп еткереүе ихтимал бит.
Юҡ, хәләл туризм кәрәкмәй тип әйтмәйем. Уға юл һалынырға тейеш. Тик эште бәләкәйерәк күләмдән башлау кәрәктер. Барлыҡ талап та үтәлә, халыҡ ҡәнәғәт икән, майҙанды киңәйтергә мөмкин. Иманым камил: эште изге ниәттә, ихлас күңелдән башлаған кеше ауырлыҡтарҙан ҡурҡып ҡалмаҫ.
Илшат ХИСМӘТУЛЛИН, туризм буйынса менеджер:– Минеңсә, республиканың күңел асыу, сәйәхәт индустрияһында хәләл туризм үҙ урынын табырға тейеш. Рәсәйҙәге мосолман төбәге булараҡ, бындай йүнәлеште булдырыу – бурысыбыҙ. Башланғыстың мөһимлеген ныҡлы аңлап, уны үҫтерә алһаҡ, Ислам дине киң таралған илдәрҙән дә туристар күпләп килер ине.
Мәғлүм булыуынса, күрше Татарстанда был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Һөҙөмтәлә уларға туристар ҙа беҙгә ҡарағанда күберәк килә. Ғөмүмән, бөгөн хәләл ризыҡ, хәләл банк, хәләл шәхси балалар баҡсаһы кеүек төшөнсәләр тарала бара икән, хәләл туризмға ла тотонорға ваҡыт етте.