ЙОНДОҘНАМӘ24.04.2015
(27 апрель – 3 май)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Һеҙҙең өсөн уңышлы осор дауам итә. Был бөтөн өлкәләргә лә ҡағыла. Эшмәкәрлектә иң яҡшы сифаттарығыҙҙы күрһәтеп, хеҙмәттәштәрегеҙ араһында абруй ҡаҙанырһығыҙ. Етәкселек тырышлығығыҙҙы тейешенсә баһалар, аҡсалата бүләкләр, моғайын. Аҙна уртаһы – башлаған эште тамамлау өсөн уңайлы мәл. Ғаиләгеҙҙә лә татыулыҡ һәм тыныслыҡ тантана итер. Яҡындарығыҙ менән бергә үткәргән ялдан ҙур кинәнес алырһығыҙ.
БУҒА (20.04 — 20.05).
Теләк-ынтылыштарҙа бер аҙ сама белергә кәңәш ителә. Башбаштаҡлыҡ үҙегеҙгә лә, яҡындарығыҙға ла файҙа килтермәҫ. Аҙна башында бар нәмәгә битарафлыҡ тойорһоғоҙ. Уның ҡарауы, ял көндәрендә барыһына ла артыҡ ҙур талапсанлыҡ менән ҡарарһығыҙ, ваҡсыллыҡ күрһәтерһегеҙ. Шуға күрә был осорҙа үҙегеҙҙе ҡулда тоторға, мөмкин тиклем тыныс, тотороҡло булырға тырышығыҙ, юғиһә шәхси мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы бар.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Нескә күңелле зат булғанға күрә, был аҙнала хис-тойғоға айырыуса ныҡ бирелерһегеҙ. Ләкин үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, әүҙемләшеү өсөн уңайлы мәл. Аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Яңы эш башлау өсөн аҙна башы бик ҡулай. Эшлекле партнерҙар, етәкселек менән аралашыуҙы тап ошо ваҡытҡа күҙаллағыҙ. Ял көндәрен тулыһынса үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға арнарға тырышығыҙ. Ярайһы уҡ ҙур ғына килем көтөлә.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Күңелһеҙ ваҡиғалар осоро тамамланды тиерлек. Шулай ҙа тынысланырға иртәрәк, ваҡ-төйәк мәшәҡәт сығып торор. Бәхетегеҙ үҙегеҙҙең ҡулда. Дүшәмбенән башлап һәр нәмәне ентекле уйлап, алдан күҙаллап башҡарһағыҙ, хәлегеҙ яҡшырыр, ял көндәрен тыныс, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үткәрерһегеҙ. Ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн көс-ҡеүәтегеҙ етерлек. Ҡаушап ҡалмағыҙ, ҡыйыу алға барығыҙ.
АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Ваҡиғаларҙың ҡуйырыуында һеҙҙең ғәйеп юҡ түгел. Эш урынында ла, ғаиләлә лә көсөргәнеш, мәшәҡәт артҡандан-арта. Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, эшкә тотонорға ваҡыт. Мәсьәләләрҙе тауыш күтәреү, низағлашыу ярҙамында хәл итергә теләһәгеҙ, мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр ғына. Шуға күрә теге йәки был хәлгә бәйле фекерегеҙҙе ҡайтанан ҡарарға кәңәш ителә. Белемегеҙҙе камиллаштырыу, һәләтте үҫтереү өсөн уңайлы мәл.
ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Аҙна уртаһында шәхси мөнәсәбәттәрҙә уңыш көтә. Осор аралашыуҙарға, танышыуҙарға бай булмаҡсы. Сит кешеләрҙе үҙегеҙгә йәлеп итеү һәләте артыр. Тик тотороҡлолоҡ һаҡларға кәңәш ителә, юғиһә ял көндәренә арыуығыҙҙы тойорһоғоҙ. Шул арҡала кәйефегеҙ ҡырылыр, яҡындарығыҙҙың һүҙҙәре, ҡылыҡтары йәнегеҙгә тейер. Тынысланып, ял итергә, сәбәпһеҙгә асыуланмаҫҡа тырышығыҙ.
ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Аҙнаның башы танышыуҙар, романтик осрашыуҙар өсөн ҡулай мәл. Дуҫтарығыҙ менән аралашырға, бергәләп ял итергә мөмкин. Тик аҙна уртаһында байрам кәйефен эшлеклелеккә алмаштырыу зыян итмәҫ. Документтарығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ, башлаған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Был осорҙа алдығыҙға ҡуйған ҙур маҡсатҡа өлгәшерһегеҙ, моғайын.
САЯН (23.10 — 21.11).
Нисек кенә тырышһағыҙ ҙа, кеше менән аралашыуҙа хаталаныуҙарҙан, ахмаҡлыҡ менән ҡылынған ғәмәлдәрҙән ҡотола алмаҫһығыҙ. Уйламай әйтелгән хәбәр, тупаҫлыҡ, ҡәтғилек арҡаһында яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәтегеҙ боҙолор, низағлашырһығыҙ. Аҙна аҙағына үҙегеҙҙең хаҡлы булмауығыҙҙы аңларһығыҙ, һөҙөмтәлә кәйефегеҙ тағы ла нығыраҡ ҡырылыр, үкенерһегеҙ, әммә эш үткән инде.
УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Дуҫтарығыҙ менән арағыҙ һыуыныр, моғайын. Сит-яттарҙың мәшәҡәттәрен, проблемаларын иғтибарға лайыҡ булмаған ваҡ-төйәк тип ҡабул итерһегеҙ. Әле алдығыҙҙа етдиерәк бурыстар, мөһимерәк эштәр тора. Шуға ла үҙегеҙҙе башҡаларҙан ситләшкәндәй тойорһоғоҙ. Борсолмағыҙ – был файҙаға ғына булмаҡсы. Һөҙөмтәлә байтаҡ эш башҡарырһығыҙ, әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итерһегеҙ.
ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Байрам кәйефе, ял итеү теләге тантана итеүгә ҡарамаҫтан, мөһим эштәрҙе үҙағышына ҡалдырмағыҙ, ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Онотмағыҙ: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Шуға күрә әле бөтә көсөгөҙҙө эшмәкәрлек өлкәһенә йүнәлтергә тырышығыҙ. Ял көндәрендә яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән күңелле ваҡиға көтә. Һөйөү уты ла ҡабыныуы ихтимал, тик был мөнәсәбәттәр оҙаҡ дауам итмәҫ ахырыһы.
ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Аҙнаны уңышлы тип әйтеп булмай. Матди мәсьәләләр борсоуға һалыр, моғайын. Алдығыҙҙа ҙур һынауҙар тора. Уларҙы еңеп сығырһығыҙ, әлбиттә, шулай ҙа арыу-талсығыу тойорһоғоҙ. Кәйефегеҙ юҡҡа ғына ҡырылыр, үҙегеҙҙе яңғыҙ ҡалғандай тойорһоғоҙ. Ҡайғырмағыҙ: аҙна аҙағына хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер.
БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Көс-дәртегеҙ артыр, эшмәкәрлегегеҙ әүҙемләшер. Бүләк тапшырыуҙары, аҡсалата килем алыуығыҙ ихтимал. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу йәһәтенән яңы фекерҙәр тыуыр. Тик ниәттәрегеҙ саф булһын, юғиһә улар кире һөҙөмтә бирер. Эске һиҙемләүегеҙ сит-яттарҙың аҫтыртын ғәмәлдәренән һаҡланырға ярҙам итер.