Күңелендә — яҙ24.04.2015
Күңелендә — яҙ Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡованың бар булмышын баҫалҡылыҡ биҙәй. Айыҡ аҡыл, рух ҡөҙрәте, күңел йомартлығы менән һуғарылған баҫалҡылыҡ. Иң мөһиме — был хис уның үҙ булмышын ғына йылытып ҡалмай, балаларына, яҡындарына, уҡыусыларына, хеҙмәттәштәренә, яҡташтарына һөйөү һәм хөрмәт ҡөҙрәте аша тарала.

Кеше күңелендәге һәр башланғыс, яҡшымы ул, насармы, ғаиләлә һалына. Был йәһәттән Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы бәхетле. Белорет районының Абҙаҡ ауылында Хәйрулла ағай менән Ғәмбарана апайҙың ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә ул. Ата-әсәһенә оҡшап, үткер, сая була, шау малайҙар араһында үҫкәнгәме, тормош уны наҙға ла сорнай, кәрәк саҡта ҡыйыулыҡҡа ла һынай. Ғәмбарана апай һуғыш йылдарында Белорет металлургия заводында күмер әҙерләүҙә көс түгә. Хәйрулла ағай йәшләй генә фронтҡа китә, япон һуғышында ла ҡатнаша, унда ҡаты яраланып, госпи­талгә эләгә. Аҙаҡ оҙаҡ йылдар тимерсе булып эшләй.
Гөлйемештә белемгә ынтылыш бәлә­кәй сағынан көслө була.
— Төрлө фән буйынса олимпиа­да­лар­ҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша торғайным. Уҡыу буйынса тиҫтерҙәрем араһында һәр саҡ алдынғыларҙан булдым. Минең яҙған иншаларымды уҡытыусылар башҡаларға өлгө итеп күрһәтә ине. IV класта уҡығанда уҡ пионервожатый ҙа булып йөрөнөм, — тип иҫләй ул Абҙаҡ урта мәктәбендә уҡыған йылдарын.
Ойоштороу һәләте шул осорҙа уҡ әүҙемләшкәндер, күрәһең. Бәләкәй сағы­нан эшкә талымһыҙ, егәрле булып үҫә, киләсәген уҡытыусы һөнәре менән бәйләй. Тәбиғәтте яратыуы, фәнгә ҡыҙыҡ­һыныусанлығы 1977 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетына алып килә. Уҡыу йортон 1982 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлап, педагогик эшмәкәрлеген алыҫ Иркутск өлкәһендә башлап ебәрә. Һуңынан Белорет металлургия техникумында студенттарға биология, химия, политэкономия фәндәренән дәрес бирә.
Артабанғы яҙмышы Белорет лицей-интернаты менән бәйле. Дүрт райондан йыйылған балаларҙы уҡытыуға, тәрбиә­ләүгә ғүмеренең күп өлөшөн, бар көсөн, тәжрибәһен, йәшлек дәртен арнай. Уҡыусылар уның фәнен оло теләк, ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Лицей-интернатта хеҙмәт юлын тәрбиәсе булып башлап, биология, химия уҡытыусыһы, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары кеүек вазифаларҙа байтаҡ ҡына тәжрибә туплай. Эшен яратыуы, талапсанлығы менән коллективы алдында дәрәжәһе артҡандан-артып, ул директор вазифаһына тиклем күтәрелә. Ун йыл дауамында башҡара был яуаплы вазифаны. Ошо осорҙа Белорет лицей-интернаты Рәсәй кимәлендә танылыу ала — 2004 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре” конкурсында ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ була. Бөгөн дә ул үҙенең элекке коллективын онотмай, уҡыусыларына, көслө һәм тәжрибәле педагогтарға, ата-әсәләргә оло рәхмәтле.
2010 йылдан Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙына Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге рес­публика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында үҙ һөнәри оҫталығын дауам итергә насип була. Ошо ваҡыт ара­уы­ғында ул беҙҙең ғаилә усағын ғына түгел, донъя усағын һаҡлаусыбыҙға әүерелде. Талапсанлығы, яуаплылығы, һәр эште атҡарып сыға алыуы, хыялдарҙы тормошҡа ашыра белеүе, ныҡыш­ма­лылығы арҡаһында күп нәмәгә өлгәште. Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙының мәғариф өлкәһендәге уңыштары “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Рәсәй Федерацияһының почетлы белем биреү хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” кеүек юғары исемдәр, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән баһаланды.
2013 йылда Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы “Йыл директоры” конкурсында ҡатнашып, еңеүсе тип табылды. Шул уҡ уҡыу йылында гимназиябыҙ “Иң яҡшы 100 мәктәп” исемлегенә индерелеп, “Һынлы сәнғәттә тәрбиә программаһын индереүҙә лидер” номинацияһында билдәләнде.
Уҙған уҡыу йылы ла емешле булды: “Мәғарифта яңы алымдар” Бөтә Рәсәй инновация проекттары фестивалендә, “Иң яҡшы проект”, “Һаулыҡ мәктәбе” конкурс­тарында гимназиябыҙ лауреат булды. Был уңыштарҙың барыһы ла – һис шик­һеҙ, Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙының коллектив менән ихлас эшләүе һөҙөмтәһе.
— Гимназияға эшкә күсеп килгәнегеҙгә үкенмәйһегеҙме? — тип һорағас, Гөлйе­меш Хәйрулла ҡыҙы һис икеләнмәйенсә:
— Яҙмышыма рәхмәтлемен, мине шул тиклем дә матур коллектив менән бер­лектә матурлыҡ илендә гиҙеүсе талантлы балалар менән осраштырҙы, — тигәйне. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған һәләтле уҡыусы­лар­ҙың һәр береһенә иғтибарлы, ба­ры­һына ла күңел йылыһын тигеҙ өләшергә тырыша ул.
Оло йөрәкле педагог ошо көндәрҙә 55 йәшен билдәләй. Хәйер, бөгөн дә янып, йөрәк йылыһын йәлләмәй эшләп йөрөгән Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы өсөн был мәл матур бер балҡыш ҡына. Заман, белем, әхлаҡ, тоғролоҡ кеүек күркәм сифаттарҙы күпме генә теҙһәк тә, Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы өсөн аҙ булыр һымаҡ. Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, артабан да аҡыллы кәңәштәре менән йылы нур таратып беҙҙең менән берлектә оҙаҡ эшләүен теләйбеҙ.

Әҡлимә ҒӘЗИЗОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Вернуться назад