Барыһы ла таҙалыҡҡа, аҙыҡҡа бәйле24.04.2015
Ҡуян аҫрап ҡарағайныҡ, үлеп тик торҙолар: әллә ни үрсетә алманыҡ. Ололары ла ҡолаҡ эсе ҡутырлап үлә. Нилектән шулай икән?
Ф. ҒӘНИЕВ.
Өфө ҡалаһы.

Ҡуян – бик наҙлы йәнлек. Ул үҙенә ҙур иғтибар талап итә. Күпләп үлеүенең сәбәбе – араларында сир таралыуы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ауырый башлаһа, дауалап өлгөрөрмөн тимә. Шуның өсөн һау тотоу хәстәрен күреү зарур. Бының өсөн үтә ябай эштәр башҡарыла: алдындағы һыуҙы көн дә алыштырығыҙ, аҫтын таҙа тотоғоҙ. Ҡыш ҡуян оялары аҙбар эсендә йылыла торһа, йәй мотлаҡ баҡса эсенә сығарығыҙ. Тик һаҡ булығыҙ: эттәр оя таҡталарын ҡайыра, ишекте аса. Бәйһеҙ эттәр баҡсаға инерлек булмаһын. Шулай уҡ ҡайһы бер бесәйҙәр ҡуяндарҙы яратмай, өлкәндәрен дә быуа. Ояларҙың тышҡа сығарылыуы шул маҡсатта: ҡояш нурҙары ҡуян тиҙәген серетмәй, ҡорт-бөжәктәрҙең үрсеүенә юл ҡуймай, һейҙек-һыуын да киптереп тора. Ләкин ояларҙы туранан-тура ҡояш нурҙарына ҡаратып ултыртмағыҙ. Өҫтән ямғыр ҙа яуып тормаһын. Бына ошо ябай ғына ҡағиҙәләр ҡуяндарҙың һаулығын һаҡларға ярҙам итер.
Балаларына бер ай булғас ҡына, улары бигерәк тә үҙаллы һыу эсергә өйрәнгәс, инә ҡуянды атаға ҡушырға мөмкин. Икенсегә ҡушып, 15 көн үткәс, балаларын инәһенән айыралар. Уларҙың күмәген бер ояға тыңҡысларға ярамай, өсәр-дүртәре бергә торһа, еткән.
Дөрөҫ туҡландырмау ҙа ҡуяндарҙың ауырыуына килтерә. Балаларына бер-ике ай тулғансы йолҡоп алынған йәш үләнде, һындырып алынған йәш ботаҡтарҙы бирергә ярамай. Һутлы үләндең газы күп була, ул ҡуян балаһының эсен ҡабарта. Үләнде шиңдерергә, йәғни бер аҙ киптерергә кәрәк! Һөтлө, сәнскеле үлән биреү ҙә тыйыла. Айырыуса ҡына үләне (чистотел) ҡуяндарҙың эсен яндыра.
Аҙна-ун көнгә бер тапҡыр ботаҡтар һалығыҙ. Ағас булмаһа, ҡуян ояһын кимерә башлай, сөнки алғы тештәре ныҡ үҫеп китһә, ашай алмауы мөмкин.
Ҡуяндарҙы кишер, топинамбур, картуф, һоло кеүек витаминлы аҙыҡтарҙан өҙмәгеҙ. Шуны ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: ҡуян аҫрау – мауығыу түгел. Нимәгәлер өмөт итәһең икән, уларға ихтирам да булырға тейеш.
Гәзит уҡыусыбыҙ яҙған хәлгә килгәндә инде, үрҙә әйтелгәнсә, ояларында таҙалыҡ һаҡланмаған. Оло ҡуяндарҙың шулай аҙна-ун көн ауы­рып йөрөүе ихтимал. Ҡолағы тәүҙә ҡутырлай, унан, бысраҡ менән тулғас, һәленеп төшә һәм ҡуян үлә. Бынан ҡотолоу юлы бар: ҡуяндың торған ерен таҙа тотоу. Ауырый башлаған икән, көнбағыш майына 1:1 иҫәбе менән скипидар йә солярка тамыҙып, ҡауырһын осо менән ҡолағына һөртөгөҙ. Был ҡутыр түгел, ә бәләкәй генә, күҙгә лә күренмәҫ беттәрҙең эше. Скипидар һәм көнбағыш майы ҡатнашмаһы менән бер-ике эшкәртһәң, ҡуян һауығыр. Ҡолағының эсе ялтыр, таҙа булырға тейеш. «Ҡутыр» башланып ҡына торһа, шыйыҡсаны 1:0,5 иҫәбенән әҙерләгеҙ.
Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, ҡуяндарығыҙ йылына 3-4 тапҡыр балалап, ҡыуандырып торор. Һеҙ ҙә уларҙы аҫрауҙан кинәнес табырһығыҙ.



Вернуться назад