Отошло ла, мәшәҡәтле лә…24.04.2015
Отошло ла, мәшәҡәтле лә… Йорт ҡуяны аҫрау – шәхси хужалыҡта тиҙ килем биреүсе шөғөлдәрҙең береһе. Бер генә инә ҡуян йылына 20-25 бала тыуҙыра. Был инде 35-45 килограмм ит тигән һүҙ. Әлбиттә, әсбаптарҙа уларҙың 100 килограмм ит биреүе тураһында ла яҙалар, ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк: бер ҡасан да алдыңа тормошҡа ашмаҫ маҡсат ҡуйырға ярамай. Ярҙамсы хужалыҡта уртаса һандар менән эш итергә өйрәнергә кәрәк.

Ҡуян ите бик файҙалы: уны аш һеңдереү өсөн бауыр сиренән яфаланғандарға ашарға ҡушалар, оло йәштәгеләр өсөн ифрат еңел ризыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ҡуянды ҡыҙыҡ өсөн йә балалар һорағанға ғына алып бирә лә бөтә йөктө улар иңенә һалып ҡуя. Ҡуян аҫрау – етди шөғөл.
Донъяла шешҡолаҡтарҙың 60-тан ашыу төрө бар, әммә бөтәһе лә хужалыҡ өсөн яраҡлы түгел. Һәүәҫкәрҙәр бигерәк тә аҡ һәм һоро “великан”, “совет шиншиллаһы”, “күк Вена”, “күбәләк” (сыбар) тоҡомдарына өҫтөнлөк бирә. Аҡ “великан” буйға оҙон (60 сантиметр) һәм эре (тереләй ауырлыҡта 5 килограмм) була. Балалары тиҙ үҫә. Алда телгә алынған тоҡомдар бик наҙлы түгел, аҙыҡҡа талымһыҙ.
Табыш алыу өсөн йорт ҡуянын күпләп аҫрарға кәрәк. Берәү-икәүҙе тотоуҙан ғына файҙаһы юҡ. Эш һөҙөмтәһе туранан-тура аҙыҡ базаһына бәйле.
Үрсетеү өсөн атаһын инәһенә ҡушыу графигын алдан төҙөгөҙ. Бер ата ҡуянды ете-һигеҙ инәгә беркетәләр. Мәҫәлән, тәүге балаларын 1 – 15 май тирәһендә алырға теләһәң, уларҙы апрелдең тәүге яртыһында уҡ ҡушырға кәрәк. Инә ҡуян 28 – 30 көн “йөклө” йөрөй. Икенсегә балалатыуҙы 10 – 25 июнгә планлаштыралар. Тәүге балалары үҙаллы ашай алырға тейеш. Инә ҡуянды, ғөмүмән, йылына өс-дүрт тапҡыр балалатып була. Бының өсөн йылы, иркен урын кәрәк.
Нәҫел арттырыу өсөн йәш ҡуяндарҙы 6-8 айлыҡ сағында аталандыралар. Ҡайһы берәүҙәр, 4-5 айҙа ла була, ти. Эйе, 4 айҙан улар үҫеп өлгөрә, тик организмы етлекмәй әле. Ата ҡуянды йыш “ҡулланыу” мөһим, сөнки, оҙаҡ ял итһә, нәҫел көсөн юғалтыуы ихтимал.
Балалар алдынан инәһе мамығын йолҡҡолап, аҫтына һалам, кипкән үлән түшәй башлай: бындай саҡта алдынан аҙыҡ, һыуҙы өҙмәҫкә кәрәк, сөнки ҡуян ныҡ һыуһай. Һыу етмәһә, балаларын ашауы ихтимал. Балалағас, инә ҡуянды бер аҙға ояһынан алып, үлек балалары юҡлығын тикшерегеҙ. Тик мамыҡҡа күмелгән, әле тиреһе лә сыҡмаған йән эйәләрен мамығынан әрсергә, ҡул менән тотҡоларға ярамай. Үлһә, бик йонсоу булһа, инә ҡуян уны үҙе ситкә тибә. Ғәҙәттә, ҡуян 6-8 балаһын еңел туйҙырып үҫтерә ала, ҡайһы береһе 10-ды ла ҡарай.
Балаларының күҙе 11-се көнгә генә асыла, 18-се көндә һөт тештәре сыға башлай, әкренләп үләнгә үреләләр. Бер айлыҡ саҡтарында инде тештәре тамам нығый. Ай ярымлыҡта балаларын ата-инәһенән айырып, башҡа ояға күсерәләр.





Вернуться назад