Тәмәке төнәтмәһе24.04.2015
Тәмәке төнәтмәһе булһа, баҡса ҡорот­ҡостарына ҡаршы көрәшеү өсөн бер ниндәй химикат та кәрәкмәй. Тик был сараны ағастар сәскә атҡанға тиклем һәм унан һуң ҡулланырға кәрәк. Төнәтмәне былай әҙерләйҙәр: 400 грамм тәмәкегә ун литр һыу ҡоялар һәм ике тәүлек тоталар. Шунан һуң уны һөҙөп алалар һәм 40 грамм самаһы кер һабынын ҡырып һалалар.
Төнәтмәне һарымһаҡтан да яһарға мөмкин. Бының өсөн 180 – 200 грамм таҙартылған һарымһаҡты ҡырғыста ыуып, һутын һығалар. Ҡуйы массаны ун литр һыуға һалалар. Ике тәүлектән һуң шунда уҡ һутын да өҫтәйҙәр. Төнәтмә ҡулланыуға әҙер.
Тағы бер файҙалы көрәш сараһы – ағас көлө. Уны түтәл араларына, ағас төптә­ренә һибәләр, төнәтмәһен яһайҙар.



Вернуться назад