Бал ҡорттарын йыш ҡына шулай тип атайҙар. Һауа шарттарының үҙгәреүенә улар бик һиҙгер.
lБал ҡорттары умартанан бик иртә осоп сыҡһа, көн аяҙ буласаҡ.
lИртән бал ҡорттары сыҡмайынса шаулашһа, төш ваҡытында ямғыр булырын көт.
lЯмғыр алдынан бал ҡорттары умарта тирәһендә генә оса. Һауа яҡшы торһа, алыҫҡа осалар.
lИртән йәки көндөҙ бал ҡорттары ҙур төркөм булып умартаға ашығып ҡайтһа һәм унан бөтөнләй тиерлек осоп сыҡмаһа, тиҙҙән ел күтәреләсәк, ямғыр яуасаҡ.
lЙәшен йәшнәп болот килгәндә, бал ҡорттары умартаға инеп йәшеренмәһә, ямғыр булмай, ул ситләтеп үтә.
lКис бал ҡорттары осоуҙан иртә туҡтаһа, алдағы көндәрҙә яҡшы һауа һаҡланыр.
lБал ҡорттары умарта ярыҡтарын ҙур тырышлыҡ менән елемләһә, ғәҙәттә, ҡыш һалҡын килә, ҡаты һалҡындар була. Әгәр был эште һүлпән башҡарһалар, ҡыш йылы килә.