Төҫө күрһәтә24.04.2015
Үҫемлектең төҫөнә ҡарап, уға ниндәй ашлама кәрәклеген белеп була.
• Әгәр азот етмәһә, уның япраҡтары аҡһыл төҫкә инә, һарғая, ҡойола, насар үҫә, бәләкәй булып ҡала.
• Фосфорға мохтажлыҡ булһа, үҫемлек япрағы ҡара-йәшел, күкһел төҫкә инә, ҡыҙғылт таптар барлыҡҡа килә. Ҡорой, һарғылт төҫкә инеп ҡарая, емеше сифатһыҙ була.
• Азот менән фосфорға мохтажлыҡ кисерһә, ғәҙәттәгесә сәскә атып, һеркәләнгәндә сәскә аналығы ҡойола.
• Калий ашламаһы етешмәгәндә япраҡ уртаһы бер аҙ ҡытыршылана, бөгәрләнә, ялтырауыҡлы ҡыҙғылт таптар хасил була, ситтәре һарғая, һорғолт таптар барлыҡҡа килә. Иң өҫтәге үҫеш бөрөһө, тамыры зарарлана. Үҫемлектең калийға ҡытлыҡ билдәләре тәүҙә аҫҡы ботаҡтағы япраҡтан күренә.
• Магний элементына мохтажлыҡ кисерһә, япраҡтар аҡһыл-йәшел төҫкә инә. Япраҡ һөлдәләре, епсәләре араһында хлороз барлыҡҡа килә.
• Бор етешмәһә, үҫеш нөктәһе ҡорой — сәскә атмай.