Һы, уның нимәһе бар, тиерһегеҙ. Юҡ шул. Бала саҡтан таныш шөғөл кеүек күренһә лә, һәр нәмәнең – үҙ тәртибе.Бының өсөн тәүҙә ерҙе ҡаҙып, һәйбәтләп тырматҡас, бау тартып, түтәлдәрҙең ситенә ағас ҡаҙарға, түтәл араһындағы юлды аяҡ менән тапап сығырға кәрәк. Былай иткәндә, түтәл ҡалҡыу булмай, уның эргәләре нығына. Аралағы юлға тупраҡ та ҡойолмай. Тиҙ ҡата торған тупраҡҡа ҡаҙыр алдынан бысҡы вағы йәки иләнгән ваҡ ҡом һибеп сыҡһағыҙ, тупраҡтың структураһы яҡшыра, ул ҡатмай. Бысҡы вағы сереп, ашлама була.
Бысҡы сүбен түтәлдәр өҫтөнә һибергә лә мөмкин. Ул дымды һаҡлаясаҡ.
Түтәленә бысҡы вағы һипһәң, еләк бысранмай.
Һуғанды ҡаҙып алғас, шул ергә иғтибар итегеҙ. Ул сәселгән урын еңел ҡаҙыла, һәм тупраҡ ярмаланып, таралып тора. Көрәк менән ваҡларға ла кәрәкмәй.
Һуған тупраҡтың структураһын яҡшырта. Былтыр һуған ултыртылған ерҙә йәшелсә һәйбәт үҫә, мул уңыш бирә. Ҡайһы бер баҡсасылар бының өсөн һуғанды өс-дүрт түтәл ултырта.