Үҫентене нисек һайларға?24.04.2015
Үҫентене нисек һайларға? Насар орлоҡтан бер ваҡытта ла яҡшы уңыш үҫмәй. Бына шуға күрә лә үҫентеләрҙе һайлай белеү бик мөһим.
Емеш ағасы ни тиклем йәшерәк булһа, ул шул тиклем тиҙерәк үҫеп китә. Үҫентенең артыҡ оҙон булғанын да һайларға кәңәш ителмәй. Барыһынан да элек тамырға иғтибар итегеҙ.
Тупраҡтан ҡаҙып алынған үҫентенең тамыры яҡшы һаҡланғанмы – һатып алыусы шуны ҡарарға тейеш. Шул осраҡта ғына ул яңы урында тиҙ үҫеп китер. Йәнә тамырҙарҙың кипмәүе лә бик әһәмиәтле.
Үҫентене һыуҙа тотҡан йәки еүеш тупраҡ һалып полиэтилен тоҡсайға төргән кешенән алырға тырышығыҙ. Йәш тамырҙың, олондағы кеүек, кибеүҙән һаҡлай торған ҡатламы юҡ. Әгәр тамыр бер аҙ ғына елдә йәки ҡояшта торһа, уны үле тип һанарға мөмкин. Шуға күрә баҙарға барғанда үҙегеҙ менән полиэтилен пленка, тоҡсай, һис юғында һыуға манып гәзит алырға онотмағыҙ. Үҫентене тиҙерәк баҡсаға ултыртыу хәстәрлеген күрегеҙ.

Оҙонайып китмәһен

Өйҙә төрлө һауыттарҙа ултыртылған үҫентеләр теплицаға йәки баҡсаға сығарып ултыртҡанда ныҡ, һабағы йыуан, көслө булырға тейеш. Әммә йыш ҡына помидор, борос үҫентеләре буйға үҫеп китә. Сәбәбе нимәлә?
Үҫентене йыуан, ныҡ итеүсе төп фактор – яҡтылыҡ. Әммә өй шарттарында тейешле яҡтылыҡҡа өлгәшеү шаҡтай ауыр, сөнки күп ваҡыт үҫентеләр йылыла тотола, ҡайһы берәүҙәр уларҙы ашлама менән дә тулыландырып тора. Былай эшләргә һис ярамай. Тәжрибәле баҡсасылар яҡтылыҡты һалҡынса һауа менән алмаштыра. Төбөнә бары һыу ғына һибеп торалар. Үҫентеләрҙе көндөҙ – 15 – 17 градус, ә төндә 10 градус йылылыҡта тотоу уңайлы. Ошо шарттарҙы үтәгәндә үҫентеләр йыуан һәм ныҡ булыр, иң мөһиме, буйға үҫмәҫ.




Вернуться назад