Эт тешләне...24.04.2015
Урамда һин дә мин йөрөгән эттең кешегә (бигерәк тә балаларға) ташланыуы ихтимал. Тәндең йәрәхәтләнеүе бер булһа, яра аша ҡотороу сирен йоҡторорға ла мөмкин. Әгәр ҙә ике көндә вакцина яһалмаһа, кешенең нервы системаһы ҡаҡшай, һәм ул вафат була. Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: ҡотороҡтан үҙаллы дауаланып булмай!

Ҡоторған эт, ғәҙәттә, уҫал­лы­ғы менән айырыла, уның ша­йы­ғы ағып тора, өргәндә х­ы­рыл­даған тауыш ишетелә. Бындай бил­дәләр хайуан ин­фек­ция­ланғандан һуң аҙна самаһы үткәс кенә беленә башлай.
Шуға күрә, ниндәй генә эт теш­ләһә лә, тиҙ арала табипҡа күренегеҙ.
Әгәр ҙә яранан ҡан шәп аҡһа, уны туҡтатырға кәрәк. Ә яйлап ҡына сыҡһа, туҡтатырға ашыҡ­мағыҙ, ҡан менән бергә инфекция ла йыуылып сығасаҡ. Яра ни тиклем тиҙерәк таҙартылһа, ҡотороҡ вирусын йоҡтороу мөмкинлеге шул тиклем кәмей.
Иң алда тешләнгән (сап­сылған) һәм хайуандың шайығы эләккән урынды ағып торған һыуҙа ун минут самаһы кер һабыны менән йыуығыҙ. Шунан яраны водород перекисы менән эшкәртегеҙ. Әгәр ҙә ошо ике ҡағиҙә теүәл үтәлһә, ҡотороҡ сире менән ауырыу ҡурҡынысы 90 процентҡа кәмей. Яраның ситенә 5 процентлы йод йәки “зеленка” һөртөгөҙ һәм бәйләп ҡуйығыҙ.
Артабан дауаханаға мөрә­жә­ғәт итегеҙ. Мотлаҡ ҡотороҡҡа ҡаршы иммунизация эшләтергә кәрәк, өс ай дауамында алты укол һаласаҡтар. Ә тешләгән эт тураһында дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ. Бел­гестәр уны тикшереп, ҡотороҡ сире булыу-булмауын асыҡлаясаҡ.
Тешләнгәндең тәүге өс көнөндә яраны тегергә, ситтәрен ҡырҡырға ярамай. Бары ҡан туҡтатыу ниәтендә генә тегергә мөмкин. Тешләгәндә яраға хайуандың микроорганизмдары ла эләгә, шуға ла ундай яралар оҙағыраҡ уңала.



Вернуться назад