Тырыштарҙы баһаларға кәрәк24.04.2015
Әбеш ауылы амбулаторияһында теш врачы булып эшләүсе Айбулат Ҡырғыҙбаевты бөтәбеҙ ҙә ихтирам итәбеҙ.
Ул — иғтибарлы, үҙ эшенә мөкиббән, һәр кемдең хәленә инергә әҙер торған кеселекле врач. Шуға күрә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа уның кабинетына хәүефләнмәйенсә инә. Һәр береһенә табип теште нисек тәрбиәләргә кәрәклеген яҡшылап аңлата. Пациенттарға сәләмәт теш кенә түгел, йылмайыу ҙа бүләк итә ул.
Ауылдаштары: “Ярай әле беҙҙең Айбулат бар”, — тип ҡыуана. Уның кеүек тәжрибәле, талантлы табиптарҙың булыуы үҙе бер хазина икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Айбулат Ҡырғыҙбаевтың медицина өлкәһендә дөйөм стажы – 20 йылдан ашыу. Беҙ, ауыл халҡы, шундай тырыш стоматологтың фиҙакәр хеҙмәте маҡтаулы исемгә лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ.







Вернуться назад