Быуат сиренән ҡурҡмайыҡ24.04.2015
Быуат сиренән ҡурҡмайыҡ Күптәр үҫемлектәр сәскә атҡанда, ағастар япраҡ ярғанда, тирәк мамығы осҡан ваҡытта сөскөрөп интегә. Ҡайһы берәүҙәр ашамлыҡты, бигерәк тә тәмле-татлыны, йәшелсә, еләк-емеш төрҙәрен ҡабул итә алмай. Кемгәлер хушбуй йәки һабын еҫе, бәғзеләргә ниндәйҙер дарыу килешмәй. Сәбәбе — аллергия. Нимә һуң ул аллергия? Ябай ғына әйткәндә, организмдың уға тәьҫир иткән эске һәм тышҡы күренештәргә “яуабы”. Бөгөн аллергия сығанаҡтары аҙым һайын осрай – эсәр һыуҙа ла, һулар һауала ла, тупраҡта ла. Статистика буйынса, һуңғы егерме йылда аллергиянан яфаланыусылар һаны өс-дүрт тапҡырға артҡан. Белгестәр быны тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы менән аңлата. Шуға ла уны йыш ҡына “XXI быуат сире” тип тә йөрөтәләр.
Аллергияға дусар булыусылар элегерәк айҙар дауамында дауаханала ятырға мәжбүр ине. Һуңғы йылдарҙа хәл ҡырҡа үҙгәрҙе: күп ҡалаларҙа аллергияны диагностикалау һәм дауалау буйынса махсус медицина учреждениелары асылды. Баш ҡалалағы АЛЛЕРГОЛОГИЯ ҺӘМ ПЕДИАТРИЯ КЛИНИКАҺЫ ла – ана шундайҙарҙың береһе. Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған клиникала, аллергиянан тыш, башҡа төрлөѳ сирҙәрҙе лә дауалайҙар. Функциональ диагностика яһау мөмкинлеге лә киң. Бөгөнгө һөйләшеүҙе нәҡ ошо клиника тирәләй дауам итергә теләүебеҙ юҡҡа түгел — ниәтебеҙ аллергияның сәбәптәрен асыҡлау, был сирҙән ҡотолоу юлдарын эҙләү, иҫкәртеү сараларын барлау, гәзит уҡыусыларҙы борсоған һорауҙарға яуап алыу. Әңгәмәсебеҙ — Аллергология һәм педиатрия клиникаһының баш табибы Айритта ХАНОВА.
– Айритта Кәрим ҡыҙы, статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һуңғы йылдарҙа аллергия сиренән яфаланыусылар һаны бермә-бер артҡан. Бының сәбәбен нисек аңлатырһығыҙ?
– Ысынлап та, аллергиктар бынан алдағы йылдар менән сағыштырғанда ике-өс тапҡырға күбәйҙе. Быны тәү сиратта иммун системаһындағы кәмселек тип аңларға кәрәк. Сәбәптәре төрлө. Бе­ренсенән, экологик хәлдең ҡатмар­ла­шыуы. Икенсенән, беҙҙәге урба­низация. Был айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ кеүек ҙур ҡалаларға ҡағыла. Зарарлы мат­дәләр, ағыулы газ, һауаның насарайыуы һәм, әлбиттә, урамдарҙың, йорттарҙың, подъездарҙың бысраҡлығы – барыһы ла организмға туранан-тура йоғонто яһай. Унан һуң тирә-яҡтағы йәшеллек тә – ниндәйҙер кимәлдә аллерген фактор. Күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр, төрлө декоратив ҡыуаҡтар, ағастар матур ҙа ул, әммә көҙ, айырыуса яҙ айҙарында һауала үҫемлек һеркәһенең артыуы аллергия сиренән яфаланыусыларға үлем менән бәрәбәр. Ә хәҙер ошо матдәләргә туҙанын, ҡоролоғон, йылдан-йыл арта барған транспорт һанын да килтереп ҡушһаҡ... Бына һиңә сирҙең сәбәбе, аллергияға алып килгән тәүшарт.
– Был сирҙең нәҫелдән нәҫелгә күсеүе мөмкинме?
– Әлбиттә. Аллергия, ғөмүмән, нәҫелдән килгән сир һанала. Әсәйҙән күсеү ихтималлығы 30 – 40 процент тәшкил итһә, атайҙарҙан – 25 – 30 процент. Әгәр ололарҙың икеһе лә аллергия менән яфалана икән, нәҫеллек күрһәткесенең 50 – 70 процентҡаса артыуы мөмкин.
– Әхирәтем яҙ миҙгелен яратмай. Саҡ ҡына көндәр йылынып, үләндәр баш ҡалҡыта башланымы, сөскөрөп бер була, танауы тона, күҙҙәренән йәш аға.
– Симптомдарға ҡарағанда, әхирә­те­геҙ поллиноздан яфалана. Бындай аллергик елһенеү сирен үҫемлектәрҙең һәм ағастарҙың һеркәләре ҡуҙғыта. Ғәҙәттә, симптомдар йыл һайын бер үк ваҡытта ҡабатлана. Сирле йыш сөскөрә, танауынан аға, тын алыуы ауырлаша, күҙ ҡабағы ҡыҙарып шешенә, йәш аға, тәнгә сыбыртма сығыуы ла ихтимал. Поллиноздың төрлө йәштәгеләрҙә лә осрауы мөмкин. Шулай ҙа сирҙең тәүге билдәләре йыш осраҡта бала саҡтан күҙәтелә башлай.
– Тимәк, яҙ ҡояшы, тәбиғәттең уяныуы, йәшеллек һәр кемгә төрлөсә тәьҫир итә.
– Дөрөҫ, тик шуны билдәләргә кәрәк: поллиноз яҙ айҙарында ғына була, тип уйлағандар яңылыша. Аллергия сирҙәренең эпидемияһы үләндәрҙең һәм ағастарҙың сәскә атыуы менән башлана. Ә ул өс этаптан тора. Иң хәүефле мәл апрель аҙағына һәм май айына тура килә. Тап ошо осорҙа ҡайын, ерек, сәтләүек, имән, дардар кеүек ағастар һеркәләнә. Июнь-июль айҙарында башаҡлы үҫем­лектәр (бажат, тимофеевка, һолобаш) сәскә ата. Ә эпидемияның өсөнсө осоро йәй аҙағына-көҙ башына – сүп үләндәре (әрем, алабута, юл япрағы һәм баш­ҡалар) һеркәләнгәндә күҙәтелә. Әлбиттә, организмдың һәр осорға ла тәьҫир итмәүе мөмкин, сөнки кемдәлер ҡайын һеркәһе аллергия тыуҙырһа, икенсе берәү өсөн әрем сәскәһе – көслө аллерген. Шуға күрә иң башта тикшеренергә, анализдар бирергә, сәбәбен асыҡларға, һуңынан инде тейешле дауаланыу курсы үтергә кәрәк.
– Аллерголог булараҡ әхирәтемә нимә кәңәш итер инегеҙ?
– Ҡайһы берәүҙәр поллинозға әһәмиәт биреп бармай. “Тымау, имеш, үтер әле!” тип уйлай. Был ҡырҡа яңылыш фекер. Әхирәтегеҙгә тиҙ арала табипҡа мөрә­жәғәт итергә һәм дауалау курсы үтергә кәрәк. Дарыуханаларҙа һатылған аллергияға ҡаршы дарыуҙарҙы ла бик һаҡ ҡулланыу зарур. Ни өсөн тигәндә, улар­ҙың күбеһен ҡулланғандан һуң йоҡоға тарта, ә рулгә ултырыусылар, эш­тәре иғтибарлылыҡҡа бәйле хеҙмәт эйә­ләре хәүефһеҙлекте айырыуса ҡай­ғыр­тырға тейеш.
– Ә был сир дауаһыҙ ғына үтеп китәме?
– Юҡ. Киреһенсә, аллергия йылдан-йыл көсәйә генә бара. Иң ҡурҡынысы – ул башҡа сирҙәрҙе ҡуҙғытып ебәреүе ихтимал. Әйтәйек, шул уҡ поллиноз тәүге йылда ғәҙәти ринит кеүек үтеп китте, ти. Ваҡытында дауаланмаһаң, бер нисә йылдан уның ҡурылдай быумаһына әйләнеүе ихтимал. Бынан тыш, поллиноз ризыҡ аллергияһы менән дә “киҫешә”: тикше­реүҙәрҙән күренеүенсә, ғәҙәттә, ун сирленең туғыҙында ошо фактор асыҡ­лана. Сәбәбе – үҫемлек һеркәһе менән емеш араһындағы антиген оҡшашлыҡ. Мәҫәлән, ҡайын һеркәһенә аллергияһы булған кешенең алма, сейә, груша йә башҡа төр еләк-емеш ашаһа ла, тәненә сабыртма сығыуы йә сөскөрә башлауы ихтимал.
– Шулай ҙа “үҫемлек” аллергияһын булдырмау, ғөмүмән, был сирҙән ҡотолоу йәһәтенән ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Тәү сиратта, бигерәк тә, үҫемлектәр сәскә атҡан, ағастар япраҡ ярған осорҙа урамға мөмкин тиклем сыҡмаҫҡа тыры­шығыҙ. Ни өсөн тигәндә, һауалағы һеркә концентрацияһы был осраҡта – төп аллерген. Хатта тәҙрәләрҙе лә ныҡлап ябырға, асҡан осраҡта ла еүеш марля ҡулланырға кәңәш итәм. Автомобилдә лә тәҙрәләрегеҙҙе асмау хәйерле. Урамда йөрөгәндә танауығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы ҡап­лап йөрөгөҙ, махсус маска, күҙлек кейе­геҙ, өйгә ҡайтыу менән өҫ-кейемен алыштырып, душ инеп сығығыҙ, ауы­ҙы­ғыҙҙы, күҙегеҙҙе, танауығыҙҙы сайҡағыҙ. Был, әлбиттә, иҫкәртеү саралары ғына. Симптоматик терапияға килгәндә, да­рыу­ҙарҙы мотлаҡ белгестәр тәғә­йенләргә тейеш. Ни өсөн тигәндә, аллергияға ҡар­шы препараттар бик күп, йүнәлештәре лә төрлө, һәр кемде шәхсән тикшереү шарт.
– Тимәк, аллергияны дауалап була?
– Әлбиттә. Йөҙ йылдан ашыу инде аллергияны шул уҡ аллергендар менән дауалау алымы (үҙенсәлекле аллерген иммунотерапияһы) ҡулланыла. Ул да­рыу­ҙарға ихтыяжды кәметә. Әле алым камиллашыуын дауам итә. Аллерген пре­паратын өйҙә инъекция ярҙамында тел аҫтына һалырға ла мөмкин. Айына бер тапҡыр ҡулланыла торғандары ла бар. Һеркә аллергияһын дауалауҙы сәскә атыу миҙгеле тамамланғас башлайҙар һәм аллерген төрөнә ҡарап яҙғаса дауам итәләр.
Аллергендар менән дауалауҙың оҙай­лы­лығы кәмендә 3-5 йыл тәшкил итә. Һөҙөмтәлелеге алынған аллерген күлә­менә бәйле. Ҡайһы саҡта, тәүге курстан һуң яҡшы һөҙөмтә булған осраҡта, пациенттар дауалауҙы туҡтата. Шул арҡала сирҙең бер-ике йылдан ҡабат­ланыуы ихтимал. Башлағас, ярты юлда ташлап ҡуйырға ярамай, тимәксемен. Ғөмүмән, бөгөн аллергология шул тиклем алға китте. Яңы, заманса препараттар, диагностика, дауалау алымдары – уларҙың файҙаһы ла, йоғонтоһо ла ҙур. Ләкин әлеге лә баяғы ваҡытында дауаланыу, табиптарға мөрәжәғәт итеү шарт. Юҡһа, беҙ иң ҡиммәтле ваҡытты юҡҡа сарыф итәбеҙ ҙә, организм өҙлөккәс, хроник сиргә барып етешкәс, дауахана тупһаһын тапай башлайбыҙ. Ә был осраҡта дауаланыу күпкә ауырға төшә. Әгәр гәзит уҡыусылар араһында бөгөн телгә алынған симптомдар бар икән, беҙҙең клиникаға килһендәр, һорауҙары булһа, шылтыратһындар, хаттар яҙһын­дар. Кәрәкле мәғлүмәт менән сайт аша ла (klinikaallergo.ru) танышырға мөмкин. Аллергология һәм педиатрия клиникаһының тәжрибәле врач-аллергологтары дөрөҫ диагноз ҡуйыр, дауалау курсын тәғә­йенләр, сирҙән ҡотолорға ярҙам итер. Сәләмәт булайыҡ!
– Ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Айритта Кәрим ҡыҙы. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!


Вернуться назад