Ҡунаҡ күрмәй ҡалмаҫ24.04.2015
Минеңсә, алтаҡталарҙағы башҡортса яҙмаларҙа хаталар, күпме дәғүә белдерелеүенә ҡарамаҫтан, артҡандан-арта. Был, бәлки, ҡалаларҙа яңынан-яңы биналар күбәйеүенә бәйлелер. Уларға алтаҡталарҙы, моғайын, үҙ белдеге менән, йәғни яҙманы дөрөҫ тәржемә иттермәйенсә ҡуяларҙыр.
Ҙур саммиттарға әҙерлек тамамланыу алдында. Ә Өфөнөң ҡайһы бер урамдарындағы хаталы яҙмалар һаман үҙгәртелмәгән. “Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай”, “Май сүлмәге тышынан билдәле” тигән аҡыллы һүҙҙәрҙе иҫтән сығармайынса, һәр эшкә яуаплы ҡараһаҡ ине. Хатаны, бәлки, ябай мәсьәлә тип уйлайҙарҙыр. Һис тә улай түгел. Яҙмаларҙа урындағы халыҡтың аң кимәле сағыла бит – шуны онотмайыҡ. Был эште ныҡлы контролгә алыу зарур.