БДУ-ның Сибай институтындағы барлыҡ факультеттарҙа ла башҡорт теле дәүләт статусында уҡытыла. Дәрестә грамматиканы ғына өйрәнеп ҡалмайбыҙ, күберәк тарихҡа, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҡағылышлы темаларға туҡталабыҙ. Телмәрҙе шымартыуҙа, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә халыҡ ижады өлгөләрен, милли матбуғат баҫмаларында донъя күргән яҙмаларҙы ҡулланыу отошло.
Башҡа факультет студенттары, филология йүнәлешен үҙләштермәһә лә, ижад менән ихлас шөғөлләнә, шәжәрәһен, ауылы тарихын, ер-һыу атамаларының килеп сығышын өйрәнә, фольклор материалдарын йыйыуҙа ҡатнаша. Башҡорт теле дәрестәренә ҡарата уларҙың фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.Зөлхизә ЯҠУПОВА, биология бүлеге студенты:
– Беҙҙең төркөм башҡорт теле дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөнө. Уларҙың һәр береһендә халҡыбыҙҙың тарихы буйлап сәйәхәткә сыға инек. Мәшһүр “Урал батыр” эпосын айырыуса ҙур ихласлыҡ менән өйрәндек, ошондай әҫәребеҙ барлығына ғорурландыҡ.
Шәжәрәбеҙҙе, нәҫелдәрҙең килеп сығышын өйрәнгән дәрестә уҡытыусыбыҙ менән берлектә тема буйынса ҙур мәҡәлә әҙерләнек, һөҙөмтәлә институттағы “Фән аҙналығы” уңайынан ойошторолған ғилми конференцияла I урынды яуланыҡ. Тикшеренеү эшебеҙ аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетында үткән конференцияға тәҡдим ителде, республика баҫмаларында донъя күрҙе. Ғөмүмән, ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, һәр кеше үҙ халҡының тарихын белергә, туған телендә иркен аралашырға, уны яратырға бурыслы тип уйлайым.
Алена ТАРАСОВА, психология бүлеге студенты:
– Дәрестәрҙә, грамматиканы өйрәнеү менән бер рәттән, башҡорт халҡының мәҙәниәте буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдек. Шәхсән мине был ижади яҡтан үҫтерҙе. Үҙем институттың бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәм, бейеүҙе тарихын белеп башҡарыу мөһим икәнен аңланым. Сығыштағы һәр хәрәкәт, ым, ҡараш тәрән мәғәнәгә эйә. Дәрестәрҙә башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын да ҡыҙыҡһынып өйрәндек.
Рушана БИЛАЛОВА, башланғыс белем биреү бүлеге студенты:
– Темаларҙың күбеһен аудио- һәм видеояҙмалар ярҙамында үҙләштерҙек. Башҡорт милли кейемен өйрәнгәндә башҡа милләт ҡыҙҙарының “һаҡал” тигән биҙәүес атамаһын “борода” тип тәржемәләп көлдөргәне иҫтә ҡалған. Үҙебеҙ ҙә йыш ҡына бындай әйберҙәр исеменең урыҫсаһын белеп еткермәйбеҙ шул.
Мәҡәләләремдең республика баҫмаларында донъя күреүе мине дәртләндереп ебәрҙе. Әле башҡорт филологияһы кафедраһының журналистика буйынса өҫтәмә курстарына яҙылырға йыйынам.
Алина НАРЫНБАЕВА, башланғыс белем биреү бүлеге студенты:
– Дәрестәр теҙмәһендә башҡорт телен күреп, тәүҙә аптырашта ҡалдым. “Филология бүлегендә белем алмаған студенттарға уның кәрәге бармы икән?” тип уйланым. Уҡыуҙар башланғас, яңылышҡанымды аңланым. Йолаларға, ғөрөф-ғәҙәткә бәйле темаларҙы өйрәнгән саҡта атай-әсәйем дә ярҙам итте. Улар үҙҙәре лә ҡыҙығып китә торғайны. Йолалар онотолоп бара бит, уларҙы ентекле өйрәнеү, үтәү кәрәк тигән һығымтаға килдек.
Александра КУПРИЯНОВА, биология бүлеге студенты:
– Башланғыс төркөмдә уҡыным. Хәҙер башҡортса һәйбәт аңлайым, тик әлегә был телдә яуап ҡына ҡайтара алмайым. Тимәк, белемемде артабан камиллаштырырға бурыслымын. Кеше мөмкин тиклем күберәк тел өйрәнергә тейеш тип уйлайым. Уларҙың һәр береһе – яңы мәҙәниәткә, башҡа халыҡтың фәлсәфәһенә асҡыс. Телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү халыҡтарҙың менталитетын аңларға ярҙам итә. Биология бүлегендә уҡығас, үҫемлек атамаларының килеп сығышы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе айырыуса ҡыҙыҡһынып өйрәндем.
Гөлкәй СӘМЕРХАНОВА,
институттың өлкән уҡытыусыһы.