Алдыр, бутбыл, һауһаҡ...24.04.2015
Телебеҙҙең байлығы һөйләштәрҙә асыҡ күренә. Республикабыҙҙың төрлө төбәгендә ғүмер иткән милләттәштәребеҙ урындағы үҙенсәлектәрҙе һаҡлаһа, рухи хазинабыҙ ярлыланмаҫ, киреһенсә, көс-ҡеүәте артыр ине.
Һөйләштәрҙе өйрәнеү йәһәтенән диалектология практикаларының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Былтыр беҙ, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары, ошондай ғәмәли сәфәрҙә булдыҡ, тыуған районыбыҙҙағы һөйләш серҙәрен өйрәндек.
Мин тыуған яғымда – Дүртөйлө районында – үҙем өсөн ҡыҙыҡлы асыштар яһаным. Телебеҙ йылдар үтеү менән һис ниндәй үҙгәреш кисермәгән, асылын һаҡлап ҡалған. Диалект һүҙҙәре араһынан бер нисәһен әйтеп үтәйем: түрбаш (аш-һыу урыны), алдыр (ҙур тәрилкә), һыйыҡ май (көнбағыш майы), бутбыл (баҙ), һауһаҡ (һау-сәләмәт кеше) һәм башҡалар.
Районымдың тел үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙән киләсәктә лә туҡтап ҡалмаҫмын, тим. Диалектология практикаһы һәр студентҡа шундай этәргес бирәлер.