Әҙәбиәт музейы һаман бинаһыҙ24.04.2015
Башҡорт милли әҙәбиәтенең мираҫы бик бай: мәғрифәтселек заманы, Октябрь революцияһына тиклемге, Бөйөк Ватан һуғышы осорҙары, 60-сы, 70— 80-се йылдар әҙәбиәте һәм әлеге көн.

Уларҙың барыһын бергә туплап, төплө мәғлүмәт биреү, халыҡты әҙиптәрҙең ижады, тормош юлы менән таныштырыу – Әҙәбиәт музейының төп маҡсаты. Әммә ошондай бурыс йөкмәтелгән учреждение, 15 йыл элек ойошторолоуына ҡарамаҫтан, һаман да бинаһыҙ. Өфөлә Әҙәбиәт музейына бирерлек урын юҡмы ни? Күрәһең, был мәсьәләне хәл итеү матди мөмкинлектәргә генә түгел, ә кешеләрҙең ҡарашына, теләгенә лә бәйлелер.
Әҙәбиәт йылында халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен тергеҙгән музейға бина табыу мәсьәләһен хәстәрләһәк ине тигән теләктә ҡалам.









Вернуться назад