Атайыма тигән миҙал ҡайҙа?24.04.2015
Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылағанда, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнә. Яңыраҡ беҙҙең Сермән ауылында ла шундай тантана үтте. Дәһшәтле йылдарҙа яуҙа ҡатнашҡандарға, шулай уҡ тыл хеҙмәткәрҙәренә юбилей миҙалы тапшырылды. Тик ниңәлер бүләкләнеүселәр араһында атайыбыҙ ғына булманы.
Атайым Ҡофран Фазлетдин улы Хисмәтуллиндың яҙмышын да илгә килгән афәт урап үтмәгән. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, атап әйткәндә, 1942 йылдан алып колхозда сусҡа көткән. Илдә тыныслыҡ урынлашҡас та, шунда эшен дауам итте. Илле йылдан ашыу шул колхозда төрлө вазифа башҡарып, “Хеҙмәт ветераны” исеме менән хаҡлы ялға сыҡты.
Еңеү көнө уңайынан йыл да уға, һуғыш осоронда бил бөккән тыл ветеранына, Рәсәй Президенты исеменән Мәскәүҙән ҡотлау хаты килә. Тик быйыл иҫтәлекле миҙал алыусылар исемлегендә уның булмауы ғына күңелде әрнетә. Ә атайыбыҙҙың йәштәштәре, хатта кесерәктәре иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Белорет районы хакимиәтендә һорашҡайныҡ, исемлекте ауылдан ебәрәләр, тип һылтандылар.
Уйлап ҡараһаң, был миҙалдың атайыбыҙға әллә ни кәрәге лә юҡ. Әммә ғәзиз кешебеҙҙең һуғыш осоронда эшләп тә, бөгөн үгәйһетелеп ҡалыуы беҙҙең күңелде һыҙлата.