Яратҡан эштең ауыры булмай24.04.2015
Яратҡан эштең ауыры булмай Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының врач-хирургы Айрат Мостафиндың хеҙмәт стажы – утыҙ йылға яҡын. Хәйер, табиптың ғүмер балҡышын ваҡыт түгел, ә ҡотҡарылған ғүмерҙәр, һаҡлап алып ҡалынған яҙмыштар менән баһалау дөрөҫөрәк булыр кеүек. “Һәр пациентымды иҫләйем. Улар менән үҫтем, нығындым”, — тигәйне ул. Кисә иһә Айрат Харис улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан был көндө башҡа һөнәр эйәләре лә — инженер, табип, агроном, мал ҡараусы, иретеп йәбештереүсе, мөхәррир — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын алып ҡыуанды.
— Төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡ белгестәре һеҙ. Асылда иһә барығыҙҙы ла фиҙакәр хеҙмәт, яуаплылыҡ, тырышлыҡ һәм сәм бер бөтөн итә. Унан һуң һеҙ икеләтә бәхетлерәк тә, ни өсөн тигәндә, яратҡан эшегеҙ һәм юлығыҙҙы дауам итерҙәй уҡыусыларығыҙ бар, — тине, тантанаға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, Рөстәм Зәки улы.
Бүләкләнеүселәр араһында таныш йөҙҙәр бихисап. Мәҫәлән, Дүртөйлө районындағы “Ленин” тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры Альберт Дәүләтбаев менән ошо уҡ йәмғиәттең механизаторы Илфир Хәмиҙуллинға “Рәсәй Федерация­һының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Мәләүез кирбес заводы директоры Геннадий Касьянов — Рәсәй Президентының Почет грамотаһына, “Кызыл таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов иһә Башҡорт­остан Республикаһының Почет грамота­һына лайыҡ булды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, “Башҡортостан” гәзитенең биҙә­леш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбу­ғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡорт­остандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, бихисап йыл эмблемалары авторы Нәсих Хәлисов та “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исем алып ҡыуанды.
— Яратҡан эштең ауыры, ҡыйыны булмай. Ке­шене сабырлыҡ һәм хеҙмәт тәрбиәләй, тигәй­не бер остазым. Ғүмерем буйы ошо фатихаға тоғро ҡалырға тырыштым. Форсаттан файҙа­ла­нып, ил, республика етәкселегенә һәм, әлбиттә, туған коллективыма рәхмәтемде еткерәм, — тине Нәсих Хөббөтдин улы.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантана­һына килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡында, уларҙың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа хеҙмәт батырҙарын берләштергән бер сифатты билдәләп китмәй мөмкин түгел: ул да булһа – профессионаллек. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәң дә, һайлаған һөнәреңә тоғро ҡалып, башҡарған бурыстарыңды халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткәндә генә ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер ул.


Вернуться назад