Баҙарҙы киңәйтеү мөмкинлеге24.04.2015
26 – 31 майҙа Севастополь ҡалаһында уҙасаҡ “Ҡырым — Рәсәйҙең көньяғы-2015” халыҡ-ара тауарҙар күргәҙмә-форумында “Патриотик проект” менән таныштырыу күҙаллана. Уны тормошҡа ашырыу идеяһы федераль округтар йүнселдәре сараны ойоштороусылар менән аралашҡандан һуң барлыҡҡа килде.
Быйыл сарала илебеҙҙең алты федераль округы вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалыу, һатыу баҙарын киңәйтеү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡҡа әүереләсәк ул. Форум уҙғарылған Севастополь банк эше институтында һәр кемгә үҙенең иң яҡшы продукцияһын, өр-яңы технологияларын күрһәтеү мөмкинлеге бирелә.
Сара ике этапта уҙғарыла. Тәүгеһе — аҙыҡ-түлеккә ҡағылмаған күргәҙмә. Унда машина эшләү, ауыл хужалығы техникаһы, төҙөлөш һәм интерьер материалдары, балалар өсөн уйынсыҡтар етештереүселәр ҡатнаша. Аҙыҡ-түлеккә ҡағылған икенсе этапта Рәсәйҙең алты федераль округынан ризыҡ етештергән компаниялар үҙ тауарын тәҡдим итәсәк. Сара барышында Студенттар скверында Кавказ халыҡтары мәҙәниәте һәм аш-һыуы фестивале ойошторола.