Мишкәлә паралимпия үҙәге асыласаҡ24.04.2015
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында Мишкә районы үҙәгендә төҙөлә башлаған Паралимпия үҙәгенә бәйле мәсьәлә ҡаралды.

Үҙәкте 2011 йылда һала башлағандар, әммә, йылылыҡ селтәре үткәреү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, эш туҡтатылып торған. Төҙөлөш-монтаж эштәре 80 процентҡа башҡарылған. Әлеге мәлдә үҙәктең эргә-тирәһен рәткә килтерергә, бинаның һәм бассейндың биҙәкләү эштәрен тамамларға, газ үткәрергә кәрәк. Бынан тыш, төрлө йыһаз, мебель, спорт инвентары һатып алынмаған. Был проектты тормошҡа ашырыу Мишкәләге физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе генә түгел, бөтөн республика буйынса бәлиғ булмағандарҙы ҡабул итергә шарттар тыуҙырасаҡ.
Ултырышта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Белгестәр төҙөлөштө тамамлауға ҡамасаулаған сәбәптәрҙе тикшерҙе. Тиҙ арала мәсьәлә хәл ителәсәк, эште контролдә тотоу министрлыҡ һәм ведомстволарға йөкмәтелде.







Вернуться назад