“Йәшәү сифатын түбәнәйтергә хаҡыбыҙ юҡ”24.04.2015
Был аҙнала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ҡаҙнаһына һәм муниципаль берәмек бюджеттарына һалым керемен һәм башҡа килемдәрҙе арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, республиканың тупланма бюджетына килем күләме 30 миллиард һум тәшкил иткән, был үткән йылдағыға ҡарағанда 1 миллиардҡа күберәк. Үҫеш тиҙлеге Волга буйы федераль округындағы уртаса күрһәткестәрҙән 2-2,5 тапҡырға юғарыраҡ.
– Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, тигәндәй, 2015 йылға планды раҫланыҡ. Быйыл килемгә һалымдың ауыр йыйыласағын аңлайбыҙ. Төрлө сәбәптәр арҡаһында милеккә һалымдың бер өлөшө кәметелер, моғайын. Шуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙ өсөн билдәләгән планды 100 процентҡа үтәргә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы бер нәмәгә ҡарамаҫтан бөтә социаль йөкләмәләрҙе башҡарырға кәрәклеген билдәләне.
– Кешеләрҙең йәшәү сифатын түбәнәйтергә хаҡыбыҙ юҡ. Алда ҡатмарлы бурыс тора, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ, бюджетты тулыландырыу өсөн ниндәй мөмкинлектәр булыуы, ҡаҙна өсөн яуаплы кешеләрҙең әүҙемерәк эшләүе тураһында һөйләшәйек. Улар иҡтисади яҡтан ауыр йылдарҙа бюджет ресурстары мөһимлеген аңларға тейеш. Был – республикала эшләүселәрҙең дә, дәүләттең дә бурысы.



Вернуться назад