Фәнде һаҡлап ҡалыу шарт24.04.2015
Был аҙнала Өфөгә Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Алексей Медведев килде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа ул фән тармағына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Фекер алышыуҙа Башҡортостанда ғилми комплексты үҫтереүгә, фән институттарын республиканың иҡтисадын яңыртыу технологияһына яраштырыуға ҡағылышлы тема ла күтәрелде.
– Маҡсатыбыҙ – фәнде һаҡлап ҡалыу. Улай ғына түгел, арттырыу. Республика был йәһәттән көслө, әлбиттә. Шулай ҙа беҙгә был тармаҡты камиллаштырыу йәһәтенән яңы мөмкинлектәр табыу шарт – заман шуны талап итә, – тине Рөстәм Хәмитов.
Алексей Медведев ғилми ойошмаларҙы үҙгәртеп ҡороу буйынса федераль кимәлдәге башланғыс тураһында ла һөйләне.
– Быйыл эш әле коллективтарҙың башланғысы һәм тәҡдиме нигеҙендә тормошҡа ашырылһа, киләһе йылдан структураны үҙгәртеп ҡороу берҙәм системаға көйләнәсәк, – тине ул.